+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Сентябрь 2022, 17:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

– Беләһеңме, дуҫҡай, ке­шеләр хәҙер элеккегә ҡара­ғанда мәрхәмәтлерәк шикелле.– Ниңә улай уйлайһың?– Бәй, бер көн абынып йығылдым да, оҙаҡ ҡына тора алмай яттым. Кешеләр, минең өҫкә баҫып үтәһе урынға, аша атлап уҙҙылар! ****

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Бер ханым косметологка килә. Табип уны иғтибар ме­нән ҡарай ҙа:
– Һеҙгә пластик операция яһарға тура киләсәк, – ти. Ханымдың ҡото оса.
– У-у-у, бик ҡиммәткә төшөр бит ул! – ти.
– Улайһа, бик осһоҙ бер сара тәҡдим итәм, – ти табип.
– Уныһы нимә тағы?
– Пәрәнжә ябынып йөрөгөҙ.
***
– Әсә-ә-й! Кешеләр машиналары иҫкергәс, бөтөнләй йөрөмәй башлағас, уларҙы нишләтәләр ул?
– Һинең атайыңа һаталар.
***
Ир менән ҡатын ҡалаға килә. Ирҙең музейға ингеһе килә, ҡатын, әлбиттә, магазиндарға тартыла. Ире бик ҡыҫтағас, ҡатын былай ти:
– Ярай, улайһа, һин му­зей­ҙың эске яғын ҡара, мин – тыш­ҡы яғын. Улай итһәк, ма­газиндарҙа йөрөргә ваҡыт күберәк ҡаласаҡ.
***
– Шулай итеп, мебелде һәм башҡа йорт әйберҙәрен беҙ талашмай-нитмәй генә бүлә­сәкбеҙ. Һин ризамы?
– Әлбиттә!
– Күрешкәндә әҙәмсә мө­нәсәбәттәр һаҡланасаҡ, эйеме?
– Ҡаршылығым юҡ.
– Айырылышҡанға ҡәҙәр бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйт­мәбеҙ, шулай бит?
– Кәнде шулай!
– Бына рәхмәт! Әйҙә, ашы­ғайыҡ, ана, беҙҙе никахыбыҙ­ҙы теркәү тантанаһына саҡы­ралар...

Р. МӘЙМҮНОВ йыйҙы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: