+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Сентябрь 2022, 17:00

Көлгәнгә – көлкө

Әрмелә командир – һалдат­тарға: “Тәк, бына ошонда, бында, бынауында һәм тағы анауында ҡаҙа тороғоҙ. Ә мин хәҙер, ҡайҙа точно ҡаҙырға кә­рәклекте барып белеп ки­ләм!” ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Бер талип деканатҡа кереп: “Иптәш уҡытыусылар! Тап һеҙгә мөрәжәғәт итеүемде дөрөҫ аңлағыҙ, зинһар. Мин үҙем йыраҡтан килгән кеше. Вокзалда зачеткамды булған ғына билдәләре менән ҡуша урланылар. Кем күпмене булдыра ала, йәлләмәйсә ҡуйып ҡына сығығыҙ инде, ә!?”
***
Күрәҙәсе – үҙенә килеүсегә: “Һеҙҙең усығыҙҙағы һыҙыҡ­тар нимә тураһында һөйләй­ме? Тәк-тәк… ыһы… улар һеҙ­ҙең ҡулығыҙҙы йыуырға кә­рәк­лекте әйтә!”
***
Баланы баҡсанан барып алыу өсөн ир менән ҡатын талаша:
– Мин һиңә һин һораған оҙон ҡуныслы итек һатып алдыммы?
– Алдың, ти.
– Тун да алдыммы?
– Эйе.
– Ызначит, һин барып ала­һың баланы.
– Ә нишләп һин түгел?
– Галстук, нәскей кейепме?
***
Табип бүлмәһенә инеп кил­гәндә бер ир эләгеп йығылып китә, аяғын имгәтә. Торам тип терһәгенә таяна, лә­кин шыу­ғалаҡ иҙән­дә уныһы тая һәм ир маңлайы менән бә­релә, кү­гәрә. Шул ара­ла танауынан ҡан китә. Йөрәген тотҡан бахыр ир саҡ тора ла, табип янына килеп:
– Ғәфү итегеҙ, мин һорайым тип кенә ишегегеҙҙе асҡай­ным…
***
Саңғы ярыштары тамам. 10 саҡрым араға ярышта беренсе булып 13-сө саңғысы килеп етте. Икенсе булып финишҡа айыу килде... Ҡалған саңғысыларҙы эҙләү дауам итә...
***
– Һеҙҙең өйөгөҙҙә компьютер бармы?
– Минең компьютерым бар, әммә өйөм юҡ.
***
Кеше иҫәбенә йәшәгән кеше – жулик. Ә кеше иҫәбенә бик яҡшы йәшәүсе – банкир.
***
– Ирегеҙ ҡайҙа эшләй?
– Өс ай элек араҡы заводына урынлашҡайны...
– Һәйбәт түләйҙәрме?
– Белмәйем, әлегә ҡайтып күренгәне юҡ.
***
Бер ир – дуҫына:
– Минең ҡатын күп һүҙле түгел. Ләкин бөтә бәлә шунда: барлы-юҡлы һүҙҙәрен бер туҡ­тауһыҙ һип­тереп кенә тора.
***
Кәләше ирен үбә-үбә балыҡ­ҡа оҙата:
– Ҡәҙерлем, суртандары ҡиммәт булhа, табан йә са­баҡтарҙы ғына hатып ал йә­ме.
***
«Әгәр төндә намыҫың йоҡ­ларға ирек бирмәһә, көндөҙ йоҡла».

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: