+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
8 Сентябрь 2022, 12:00

Аҡыллы булғандары өсөн...

Рәсәйҙә Марс өҫлөгөнөң һүрәттәрен бер кемгә лә күрһәтмәйҙәр, сөнки ул беҙҙең юлдарға ҡарағанда яҡшыраҡ. ***

Аҡыллы булғандары өсөн...
Аҡыллы булғандары өсөн...

– Ғаләмдә аҡыллы тормош бармы?
– Бар!
– Улайһа, ни өсөн беҙҙең менән бәйләнешкә инмәйҙәр?
– Аҡыллы булғандары өсөн...
***
АҠШ-тың Марсҡа ебәргән аппараты платформанан төшкәс, тәгәрмәсен шешә ватығында тишә.
– Был Марста аҡыллы тормош бар­лығы тураһында һөйләй.
– Юҡ, был беҙҙең тағы ла һуңға ҡа­лыуыбыҙ тураһында һөйләй. Унда урыҫтар булырға өлгөргән дә инде.
***

Бер ир таныштарына килә, ишекте малай аса.
– Атайың өйҙәме?
– Юҡ.
– Ҡасан ҡайта?
– 5 сәғәт, 17 минут, 35 секундтан һуң.
– Бындай аныҡлыҡ ҡайҙан?
– Атайым – космонавт, ул өйрәтте.
– Ә әсәйең өйҙәме?
– Юҡ.
– Ҡасан ҡайта?
– Ой, белмәйем! Ул парикмахер­скийға киткәйне.
***
– Әсәй, уйланым: мин барыбер космонавт буласаҡмын! Үҫкәс өйләнә­сәк­мен бит инде, ә ҡатыным гел эш ҡушасаҡ: балаҫ­тарҙың саңын һурҙыр, өйҙө йыйыштыр, сүп биҙрәһен сы­ғарып түк, магазинға барып кил, һауыт-һабаны йыуып ҡуй... Ә мин бер ни ҙә эшләй алмайым, сөнки Йыһан­дамын!
***
Америка космонавтары Айҙа йөрөп ята. Оҙаҡламай Ергә әйләнеп ҡай­талар.
– Йә, нимәләр күрә алдығыҙ? – тип һорайҙар.
– Айҙа ике әҙәми зат осраны. Ер ке­шеһенә ныҡ оҡшағандар. Йөҙҙәрен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, минут һайын тәмәке һорап йөҙәтәләр.
– Аңланыҡ. Рәсәй бомждары Айға һеҙҙән саҡ ҡына алдараҡ барып төш­кән икән.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: