+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Сентябрь 2022, 18:40

Үәт, ҡыҙыҡ!

Дуҫы аптырап:– Бәй, яңы ғына өйләндең, ни эшләп пальтоңа төймә та­ғып ултыраһың?– Яңылышаһың. Был минең пальто түгел – ҡатындыҡы.

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

***

Бер ир үҙенең дуҫынан:
– Нимә эшләп башыңды бәйләп ҡуйғанһың? – тип һо­рай.
– Оса торған тәрилкәгә килеп бәрелдем.
– Ҡайҙа?
– Әллә ҡайҙа түгел инде, үҙ өйөмдә.
***
Ике ҡатын һөйләшә:
– Ҡыҙығыҙ һеҙҙе буласаҡ кейәүе менән таныштырҙымы әллә?
– Юҡ, ул шул тиклем оялсан – беҙ өйҙә юҡ та ғына алып килә.
***
Табип – ауырыуға:
– Эсеүҙе ташламаһағыҙ, күҙегеҙ һуҡыраясаҡ, ти.
– Мин инде оло кеше, донъяла күрмәгән нәмәм ҡалма­ғандыр тип уйлайым.
***

– Кисә һеҙҙең ирегеҙҙе күрҙем, ойоҡбашының үксәһе тишек ине.
– Шул ойоҡбашын да ямай алмаған ир менән 30 йыл интегәм инде…
***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Ирең ниндәйерәк кеше?
– Ҡояш кеүек ул.
– Асыҡ йөҙлө инде, улайһа?
– Юҡ, кис менән юҡҡа сыға ла иртән генә ҡайтып инә.
***
– Әхирәт, һине иреңдән айырылған тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ.
– Мин һиңә яҡшы адвокат тәҡдим итәм.
– Рәхмәт, кәрәкмәй. Мин арыу ғына инже­нерҙы таптым инде.
***
Ике ир һөйләшә:
– Һинең ҡатының күп ва­ҡы­тын кухняла үт­кәрә икән?
– Эйе шул.
– Бына тигән хужа­бикәгә тап булғанһың икән.
– Юҡ, беҙҙең телефон кухняла тора бит.
***
Урамда ике дуҫ осраша һәм һөйләшеп китәләр:
– Ҡатыным бер айға әсәһе янына китә.
– Һөйөнөргә кәрәк был хә­бәргә.
– Шулай күңелһеҙ йөрөмә­һәм, китмәй ҡалыуы бар.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: