+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Сентябрь 2022, 17:00

Көлгәнгә – көлкө

Уҡыусылары йыл да картуфын ҡаҙып алып биргән ауыл мәктә­бе­нең тарих уҡытыу­сы­һы бөтә дәрес­лектәрҙән дә 1861 йылда крепостной хоҡуҡ­ты бөтөрөү тураһындағы параграфты йыртып алған. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Туған-тыумаса – бер-бере­һен һанап сығыу һәм ғарҡ бул­ғансы тығыныу өсөн, үҙҙәре­нең иҫәбе йәки йәше үҙгәреү сәбәпле, даими йыйылыусы төркөм ул.
***
Депутаттың фатирын тала­ғандар. Уның һүҙҙәренә ҡара­ғанда, бер нәмәһе лә юғал­ма­ған, ә бына бер ҡайҙа ла эш­ләмәгән ҡатынының 2 миллион долларын урлағандар.
***
Кисә хөкүмәттә уңайһыҙ хәл килеп тыуған: һаулыҡ һаҡлау­ға бүленгән аҡсаны... уйлама­ғанда һаулыҡ һаҡлауға тотон­ғандар.
***
– Минеңсә, диетаға ҡыш кө­нө ултырырға кәрәк.
– Ни өсөн?
– Сөнки ул ваҡытта көндәр ҡыҫҡа була.
***
– Һинең күлдәгең матур!
– Уны миңә ирем утыҙ йәше­мә бүләк итте.
– Ҡара әле, нисә йыл – һа­ман моданан сыҡмаған!
***
Белем – наҙан кешеләрҙән компетентлы булмаған кеше­ләр яһау ул.
***
Бер ханым элекке танышын осрата:
– Бер көндө урамда иреңде күргәйнем, бигерәк үҙгәреп, ҡар­тайып киткән, етмәһә, күл­дәгендә бер генә төймә лә юҡ ине.
– Шулай, шулай, әхирәт­кә­йем, күлдәгенә төймә лә та­ғып кейә алмаған әҙәм менән йәш ғүмерем үтте инде.
***
Әсәһе ҡыҙына:
– Яңы танышҡан егетең нин­дәйерәк, һине хөрмәт итер­лек, беҙҙең йөҙгә ҡы­ҙыллыҡ килтерерлек түгел­ме?
– Һин нимә, әсәй, әлбиттә, ул яҡшы кеше: эсмәй, тартмай, иҫ киткес аҡыллы һәм ма­тур ҡатыны, бик тәрбиәле өс балаһы бар, – ти ҡыҙ.
***
Интеллигент кеше бер ва­ҡыт­та ла: “Иҫәр ине, иҫәр булып ҡалған”, – тип әйтмәйә­сәк, ә: “Ваҡыт уны үҙгәртә ал­маған”, – тиәсәк.
***
– Иҫәрһең дә инде һин, Әҡ­лимә! Кем һиңә, һимеҙһең, ти әле? Ике ултырғыс ал да беҙҙең янға ултыр!
***
– Бала саҡта мин кемдер булырға бик ынтылманым.
– Маҡсатыңа өлгәшкәнең күренеп тора.
***
Ата-әсәләр ғаилә кәңәшмә­һендә:
– Улым! Беҙ бөтәбеҙ ҙә дү­шәм­бенән яңыса йәшәй баш­лаясаҡбыҙ. Мин – ябығыуҙы, атайың тартыуҙы ташлай. Ә һин?
– Мин мәктәпте ташлай алам.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: