+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Сентябрь 2022, 17:00

Тауғамы, диңгеҙгәме?

– Ниңә беҙ отпускыны мот­лаҡ ауылда, һинең ата-әсәйең янында үткәрергә тейешбеҙ? – тип һорай йәш кәләш ире­нән.– Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөн­сәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!– Ә улар хаҡында Төркиәлә уйлап булмаймы ни? ***

Тауғамы, диңгеҙгәме?
Тауғамы, диңгеҙгәме?

Ҡатын табипҡа килә.
– Иремдең нервылары бө­төнләй ҡаҡшаны. Ялға ҡайҙа барһаҡ һәйбәтерәк: тауғамы, диңгеҙгәме?
– Һеҙгә – диңгеҙгә, уға – тауға. Киреһенсә булһа ла ярай.
***
Төркиә ҡунаҡханаларында нәмә иҙәнгә бер­кетелмәгән, Рәсәй туристары уларҙы сувенир итеп алып ҡайта.
***
Кисәге көн бик шәп булды. Беҙ ҡурҙаҡҡа барҙыҡ. Ләкин иткә аҡсабыҙ юҡ ине, шуға кү­рә араҡы алдыҡ.
***
– Диңгеҙгә барырға йыйынам. Пляжда барыһын да аптыратыр өсөн үҙем менән нимә алырға икән?
– Саңғы ал.
***
“Батам!” тип ҡысҡыра бер ҡатын диңгеҙҙә. Уны ҡотҡа­рырға бер ир ташлана.
– Юҡ-юҡ, мин һеҙгә түгел, ана теге оҙон буйлы иргә әйтәм.
***
Төркиә пляждарында аҙым һайын осраусы табличка:
“Өфө”, “Стәрлетамаҡ” тип ҡысҡырған өсөн штраф 200 доллар”.
***
“Быйыл Кипрға бармаясаҡ­мын. Былтыр Тайландҡа, өсөнсө йыл Мысырға барманым. Киләһе йылда ҡайҙа бармаясағымды әлегә белмә­йем...”
***
Отпуск – эшкә теләгән ва­ҡытта барырға мөмкин осор ул.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: