+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
15 Сентябрь 2022, 18:30

Хазина

Бер ир аҙналыҡ командировканан ҡайтҡан, уға балконда тартҡан өсөн ете штраф килгән. ***

Хазина
Хазина

Мин ваҡытлыса эшһеҙ. 8 сәғәттән һуң эшләмәйем. 9-ҙан 18-гә тиклем кәйефемә ҡарап эшләйем, ә кәйефем хеҙмәт хаҡы алғанда ғына һәйбәт.
***
– Хазина табырға хыялланам. Баҫыуға барып тиреҫ өйөмөн ҡаҙығым килә!
– Ул һиңә нимәгә кәрәк?
– Тиреҫтең дүрттән өс өлөшөн дәүләткә биргәс, ниндәй ҡәнәғәтлек кисергәнемде күҙ алдыңа килтерә­һеңме!
***
Миллионер сирләп киткән. Яҡын­дары ауырыу янына йыйылған.
– Доктор, әйтегеҙ әле, өмөт бармы?
– Бер ниндәй ҙә! Унда ҡәҙимге һыуыҡ тейҙереү.
***
Рәсәйҙәге һәр граждандың магазин­дарҙағы аҙыҡ-түлек хаҡтарына ҡарап тел саҡылдатыуы РФ-ның яңы конституцияһында нығытыласаҡ.
***

Сырҙы һыуытҡысҡа ҡуйырға онот­ҡанмын. Ул төнө буйы пальма күҙ йәштәре менән илап сыҡҡан.
***
Мин үҙемдең хеҙмәт хаҡына иркен йәшәй алыр инем, әгәр ай 30 түгел, ә 5 – 6 көндән генә торһа.
***
Донъяла таң ҡалдырғыс ике генә нәмә бар: баш осондағы йондоҙло күк, аяҡ аҫтындағы Рәсәй юлдары.
***
Иҡтисад факультетында имтихан.
– Реклама эшмәкәрлегенең йәмғиәт­кә файҙаһы тураһында миҫал килте­регеҙ.
– Реклама проспекттары менән стеналарҙы буяғанда иҙәнде ҡапларға мөмкин.
***
– Медицина энциклопедияһын уҡы­ғанда ундағы бөтә сирҙәрҙе лә үҙемдә табам.
– Ә мин енәйәт кодексын уҡығанда һәр бит һайын үҙемде рәшәткә артындағылай тоям.
***
Бер әбей квартплата түләй.
– Былар совет осоро аҡсалары, күптән ғәмәлдән сыҡҡандар.
– Һеҙҙең торбалар кеүекме?
***
Доктор, минән икенсе ауырыу эҙләгеҙ, быныһы бигерәк ҡиммәт.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: