-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Сентябрь 2022, 13:00

Иҫәр булғанмын

Ҡатыным ҙур таба һатып алырға ҡушты. Уйланып ултырам: мин һәйбәт ашарға йәки үҙемде яҡшы тоторға тейешме? ***

Иҫәр булғанмын
Иҫәр булғанмын

– Һиңә кейәүгә сыҡҡанда ҡалай иҫәр булғанмын!
– Айырылышайыҡ һуң.
– Юҡ инде, мине иҫәр тип беләһеңме әллә?
***

Ҡатын ҡоторона:
– Тегене эшлә, быны эшлә! Мин һиңә хеҙмәтсе түгел!
– Быныһы дөрөҫ. Хеҙмәтсегә был тиклем аҡса китмәҫ ине.
***
Күлдәктәрҙе кер йыуыу машина­һына тултырҙым, аш бешерер өсөн аҙыҡ-түлекте мультиваркаға һалдым да йоҡларға яттым. Өс сәғәттән һуң ирем шылтыратып, ни эшләйһең, тип ҡыҙыҡһынды.
– Кер йыуам, аш бешерәм, – тим.
Үҙемде үҙем йәлләп ҡуйҙым: “Хас ҡол Изаура!”
***
Һәйбәт ҡатындарҙан ирҙәр, икен­сеһе тағы ла яҡшыраҡ булыр, тип китә, ә насарҙарынан китмәй, тағы ла насарырағына барып ҡабырмын, тип ҡурҡа.
***
– Мин һинән китәм!
– Сүп-сарҙы ла ал.
***
Ҡатыным менән магазинға йыйын­дыҡ. “Кейергә бер нәмәм дә ҡал­маны”, – тип мыжыны. Магазинда элгестәрҙе күргәс: “Алырға кәрәк, әйберҙәремде элергә бер нәмә лә юҡ”, – тине.
***
– Мин өс ҡатын алыштырҙым, хәҙер уларға нимә кәрәклеген беләм.
– Нимә һуң?
– Яҡшы ир.
***
Ҡатын-ҡыҙҙар аҡсаны аҡыл менән тотона. Һөҙөмтәлә аҡса ла, аҡыл да юҡ.
***
– Сынаяҡтарыбыҙ иҫкереп бөттө, яңыларын алып ҡайт! – тип ирен йөҙәтеп бөтөргән ҡатын. Ире, ҡатыны өйҙә юҡ сағында, сынаяҡтарҙы һәйбәтләп көл менән йыуғандан һуң, матурлап теҙеп ҡуйған. Ҡатыны ҡайтҡас, сынаяҡтарҙы күреп иҫе киткән:
– Ай, рәхмәт төшкөрө, һүҙемде тыңлағанһың бит, ниндәй матур сынаяҡтар алғанһың!

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас