+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Сентябрь 2022, 18:30

Көлгәнгә – көлкө

Супермаркеттарҙа ни­ках­тарҙың тарҡалыуына ышанмайҙар. “Иң яҡшы үгәй атайға” тигән бер генә көрөшкә лә юҡ. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Һин кисә йыйылышта булдыңмы?
– Юҡ, мин өйҙә йоҡ­ларға яратам.
***
Миңә ҡыҙыҡ: әгәр ҡара бесәй юл аша тегеләй ҙә былай ҙа сыҡһа, ул язаны икеләтә арттырамы әллә үҙ ҡарарынан баш тартамы?
***
Ильяс дуҫының туйында йөрөгән ҡыҙын ул гөллә­мәне тотмаһын өсөн сит­кә этеп ебәргән.
***
Ике әхирәт әңгәмә­лә­шә.
– Доктор миңә эшемде алыштырырға кәңәш итте.
– Алыштырҙыңмы һуң?
– Нисек алыштырайым, эшләмәйем дә баһа.
***
Атаһы яңы ҡатын алып ҡайтҡас, улына былай тип әйткән:
– Был ҡатын һиңә әсәй ҙә, инәй ҙә түгел, апай була.
Бер көн атай менән ул ҡыйыҡты йүнәтеп йөрөй икән. Өй башында торған малай атаһына ҡысҡыра:
– Еҙнә-ә-ә, сөй алып бир әле!
***
Хужа кеше икенсе фир­маға эшкә күсеп китеүсе хеҙмәткәре менән һау­буллаша:
– Бик йәл. Ныҡ эйә­ләшеп, эҫенеп киткәйнем һиңә. Һине үҙ улым кеүек күрә инем: шундай уҡ яуапһыҙ, ойошмаған һәм эт ялҡауы!
***
Ресторанда.
– Официант, был себеште ҡыҙҙырып бөтмә­гәнһегеҙ!
– Булыуы мөмкин түгел!
– Улайһа, ни өсөн ул минең салатты ашай?
***
– Күрше, саңһурҙыр­ғысыңды биреп тора ал­маҫһыңмы икән?
– Юҡ, ирем өйҙән әйбер сығарыуға ҡаршы. Әгәр бик теләһәң, уны беҙҙә ҡуллана алаһың.
***
Ике полицейский урманда ике бомба тапҡан. Бер килке кәңәшләшкәс, бүлексәгә алып барырға булалар. Бомбаларҙы ав­томобилдең багажнигына һалалар ҙа артҡа бара башлайҙар. Береһе – икенсеһенә:
– Әкренерәк! Йә береһе шартлар.
– Ә беҙ бүлексәлә бер генә бомба таптыҡ тип әйтербеҙ.
***
Әле генә урамда бер ҡап шампан һалынған колясканы этеп барыусы ирҙе тап иттем, ә бала ар­тынан атлай, шыңшый: “Атай, мин арыным”, – ти. Атаһы быға: ”Ләбиб, һинең аяҡтарың бар, ә шешәләрҙеке юҡ”, – тип яуапланы.
***
– Доктор, йоҡоһоҙлоҡ­тан интегәм, бер нәмә лә ярҙам итмәй!
– Һарыҡтарҙы һанап ҡараманығыҙмы?
– Мин үҙебеҙҙең офис­тағы коллегаларҙы биш мәртәбә һанап сыҡтым инде, ярҙам итмәй.
***
– Юҡ, мин һине барыбер бөтәһен дә һөйләргә мәж­бүр итәм. Уны нығы­раҡ тотоғоҙ. Тәк, ҡара, телефоныңды әкрен генә һыуға төшөрә башлайым...
***
– Ҡәҙерлем, мин 1 килограмм ит һатып алдым. Һиңә билмәнде ниндәй рецепт буйынса яһарға: әсәйҙеке кеүек итепме, беҙҙең кулинариялағы һымаҡмы, әллә магазин­дағы кеүек итепме?
– Айырмаһы нимәлә һуң?
– Әсәйҙең рецебы буйынса кило ярым билмән килеп сыға. Кулинария буйынса – 20 килограмм. Магазиндағы кеүеге ошо киҫәк иттән ғүмер буйына етә.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: