+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Сентябрь 2022, 17:00

Көлгәнгә – көлкө

Өсөнсө ҡатта лифт туҡтаны ла бер ир кеше килеп инде. Мин ҡағыҙ аҡсалар һанай-һанай өҫкә күтәрелә инем. Ир кеше мәғәнәле итеп ҡарап алды ла:– Һылыуҡай, лифт бит тү­ләүһеҙ, – тине.

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Мин дә аптырап ҡалманым:
– Әлегә түләүһеҙ! Бәҙрәфкә ингәндәге һымаҡ, ултырған һайын 5 һум түләй башлаһаң, белерһең әле.
***
– Кисә тыуған көндә күберәк төшөргәнмен, ахыры.
– Ниңә улай тиһең әле?
– Ғәлиҙе – лифтҡа, ҡустым­ды метроға оҙатҡанмын, ә Әҡ­ли­мәгә телефондан такси са­ҡыртып, ултыртып ебәргән­мен. Бөгөн иртән уянһам шул иҫкә килеп төштө: беҙҙә метро ла, өйөбөҙҙә лифт та, телефон да юҡ та баһа…
***
– Ҡатының күп һөйләйме?
– Ҡара диңгеҙ буйында ял иткәндә уның теле тәненән былайыраҡ ҡап-ҡара булып янды.
***
Ире ҡатынының ҙур сумка күтәреп, көскә ҡайтып инеүен күргәс:
– Ҡәҙерлем, быны туҡта­тыр­ға кәрәк. Һинең йәштә ул тиклем ауыр күтәрергә ярамай, – ти.
– Ә һин нимә тәҡдим итә­һең? – ти ҡатыны.
– Иң яҡшыһы ике тапҡыр барыу, – тигән ире күҙҙәрен гәзиттән алмайынса ғына.
***
Ике пенсионер осраша:
– Шунан, хәлдәр нисек?
– Ресторандан сыҡҡан юҡ!
– Әллә берәй мираҫ алдың­мы?
***
Ҡыҙы әсәһенән үҙенә ниндәй ир һайларға кә­рәклеген һораша. Әсә­һе:
– Ҡыҙым, ирҙәрҙе ҡа­тын­дарына ҡалдыр, ә үҙеңә, бай, матур, аҡыл­лы егет тап, – ти.
***
Хужа секретарша Мәр­зиәгә:
– Һин яҡшы әҙер­ләй­һеңме?
– Эйе, ә нимә?
– Директорҙың урынбаҫа­рын эштән китергә әҙерлә, уның йөрәге насар.
***
Стоматолог кабинетында пациентты ҡалдырып коридорға сыға ла эйәген тотоп ары-бире йөрөй.
– Ни булды? Ауыр осраҡмы әллә? – тип һорай шәфҡәт туташы.
– Эйе. Клиенттың кеҫәһе тулы аҡса, ә бер теше лә һыҙ­ламай.
***
– Доктор, кәңәш бирегеҙ әле, миңә ни эшләргә икән? Йоҡларға ятыуым була, шунда уҡ үҙемде профессор икән тип төш күрәм. Уянһам, мин – ҡәҙимге вахтер. Ни эшләп ҡарайым икән?
– Аҙыраҡ йоҡлағыҙ.
***
Невролог башы ауыртыуға зарланған ҡатынды ентекләп тикшерә.
– Кейәүҙәһегеҙме?
– Юҡ!
– Улайһа, бер нәмә лә аң­ламайым...
***
Табип пациенттан һорай:
– Нәмәгә зарланаһығыҙ?
– Тормошҡа, доктор.
– Борсолмағыҙ, был үтәсәк.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: