+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Сентябрь 2022, 11:00

Ҡарауылсыһыҙ эшләйбеҙ

– Беҙҙең ҡарауылсы проходнойҙа директор урынбаҫарын урланған аҙыҡ-түлек менән тотҡан. Шунда уҡ ҡыуҙылар. Әлегә ҡарауылсыһыҙ эшләйбеҙ. ***

Ҡарауылсыһыҙ эшләйбеҙ
Ҡарауылсыһыҙ эшләйбеҙ

Коммуналь хеҙмәттәргә түләү фатирға ипотека түләүҙе бик ныҡ хәтерләтә.
***
Закон берәү генә, ул бөтә кешегә лә етмәй.
***
– Кешеләргә проблемаларын хәл итергә теләп ярҙамлашыусы, әммә күләгәлә тороп ҡалыусы кем тип атала?
– Коррупционер!

***
Ҡыҙыҡ, әкиәт­тәге ете бәрәс тапҡан кәзә әсә­лек капиталын күпмерәк алды икән?
***
– Ишеттеңме, ҡалалағы казиноларҙы япҡандар.
– Дөрөҫ эшләгәндәр, халыҡ талаусылар бит улар.
– Улайһа, ниңә һалым инспекцияһын да япмайҙар?
***
Ҡулдарҙы ришүәт менән бысратмаҫ өсөн, уны банк счетына алыу һәйбәтерәк.
***
Төрмә камераһында.
– Ни өсөн ултыраһың?
– Юҡ өсөн.
– Беҙ бында бөтәбеҙ ҙә юҡ өсөн ултырабыҙ, ә шулай ҙа?
– Ысынлап та, юҡ өсөн ултырам, сейф ваттым, ә унда бер нәмә лә юҡ ине.
***
Медицина институты студенттары һөнәрҙәренең абруйын төшөрмәҫ өсөн Гиппократ анты бирә. Аҙыҡ-түлек институты студенттары һөнәрҙәренең абруйын төшөрмәҫ өсөн кешеләргә колбасаның ниҙән яһалғанын һөйләмәҫкә ант итә.
***
Почтаға барҙым. Шоколад, кер йыуыу порошогы һәм пазлдар алдым. Ә посылка ике ай инде килмәй.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: