+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Сентябрь 2022, 12:00

Эҙең дә булмаһын

Бер ир һалым инспекцияһына бара.– Һеҙ ниндәй йомош менән килдегеҙ? – тип һорайҙар унан.– Йомош юҡлыҡҡа юҡ та ул. Мин кемдәр өсөн эшләйем икән, тип ҡарарға килгәйнем. ***

Эҙең дә булмаһын
Эҙең дә булмаһын

– Яңы эшең оҡшаймы?
– Элеккеһен һағынам...
– Ә элек ҡайҙа эшләнең һуң?
– Бер ҡайҙа ла...
***
Аҙыҡ-түлек алырға барҙым. Бөтә кәштәләр ҙә буп-буш: һөт юҡ, ярма юҡ, хатта бәҙрәф ҡағыҙын да алып бөтөргәндәр. Тауыш сығарҙым, һаҡ саҡырҙылар, мине урамға ҡыуып сығарҙылар, башҡа мебель магазинында эҙең дә булмаһын, тинеләр.
***
Хемингуэй дуҫы менән бәхәсләшкән: “Алты һүҙ менән кешенең тормошон һүрәтләп бирә алам, был теләһә кемдең йөрәген тетрәндерәсәк”. "For sale: baby shoes, never worn" (“Балалар ботинкалары һатыла. Кейелмәгән”, – тип яҙып бәхәсте отҡан. Башҡа илдәрҙә лә алты һүҙ менән үҙ тормоштарын билдәләргә тырышҡандар. Рәсәй еңгән: "Three jobs, two educations, no money" ("Өс эш, ике диплом, аҡса юҡ”).
***
Университетта.
– Ғәлиев, “асфальт” һүҙенә нигеҙле аңлатма бир.
– Асфальт, профессор, ер эштәре башланыр алдынан һалынған ваҡытлы­са япма.
***
Эштән ҡайтҡан ир, тупһа аша үтеү менән ауыҙын йырырға тотона. Ҡатыны һорай:
– Ни булды? Ниндәй шатлығың бар?
– Эштән ҡыуҙылар.
– Илар урынға һин көләһең.
– Мине ҡыуҙылар, башҡаларҙы ултыртып ҡуйҙылар.
***
– Һинең хыялың бармы?
– Бар.
– Ниндәй?
– Газпромға эшкә урынлашырға йә йыһанға осорға теләйем.
– Йыһанға осоу анһатыраҡ.
***
– Ишеттегеҙме әле, беҙҙең директорҙы эт тешләгән.
– Шулаймы? Ул беҙҙең директор икәнде ҡайҙан белде икән?
***
– Яңы етәксегеҙ нисегерәк?
– Күп ҡырлы кеше.
– Дөрөҫ әйтәһең, миңә лә ул стаканды хәтерләтте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: