-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Сентябрь 2022, 15:00

Фәрештә

– Ҡәҙерлем, был ашты 30 литр итеп бешерергә кәрәк ине.– Ныҡ оҡшанымы ни?– Юҡ, ул ҡәҙәр тоҙло булмаҫ ине.***

Фәрештә
Фәрештә

Минең бөтә ғүмерем иремде хәстәрләүгә ҡоролған. Уға эсергә, тартырға юл ҡуймайым, һаулығын һаҡлайым. Нервыһын боҙмаҫ өсөн бокс, футбол, хоккей ҡарарға ирек бирмәйем. Туҡланыу режимын боҙмаһын өсөн, бер ҡайҙа ла тотҡарланырға рөхсәт итмәйем.
Ашҡаҙанын боҙмаһын өсөн туҡланыуын да күҙәтәм, майлы, тоҙло, маринадланған, ыҫланған, ҡырҡыу, әсе ашамлыҡтарға беҙҙең табында урын юҡ. Бөтәһе лә, бөтәһе лә уның өсөн!
Ә ул хайуан рәхмәт әйтәһе урынға минең менән айырылышмаҡсы…
***
Ирҙең күлдәге – ҡатындың йөҙө! Ҡатындың туны – ирҙең йөҙө!
***
Идеаль ирҙе үҙеңә тыуҙырырға ғына ҡала.
***
– Һин минең элекке ҡатынымды хәтерләйһеңме? Йүнһеҙ, аңра, тупаҫ, шаҡшы, аҡса туҙҙырыусы...
– Әлбиттә!
– Хәҙер ул фәрештәгә әйләнгән.
– Китсәле! Бының булыуы мөмкин түгел!
– Мөмкин икән шул.
– Осраштығыҙмы әллә берәйһе һөйләнеме?
– Юҡ, уны уйымда әлеге ҡатыным менән сағыштырам...
***
Ҡатын:
– Күҙ алдына килтерәһеңме, беҙҙең күршебеҙ тағы ла ауырлы!
Ир:
– Был һинең эшең түгел.
Ҡатын:
– Кемдеке һуң? Бәлки, һинекелер?
***
Ҡатын:
– Һин, айғыр, көн-төн бисәләр артынан сабаһың, бер итәкте лә үткәреп ебәрмәйһең!
Яндарында торған ҡатын ҡыҙыҡһына:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ уны әрләйһегеҙме әллә рекламалайһығыҙмы?
***
– Өйләндем. Ҡатыным аҡылһыҙ булып сыҡты.
– Үҙең ғәйепле. Уны аҡылдан яҙҙырмаҫҡа ине.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: