+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Сентябрь 2022, 12:00

Хәрби комиссарҙың улын...

Иптәш студенттар, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Әрмегә иҫәрҙәр кәрәкмәй, шуға күрә беҙ бында... ***

Хәрби комиссарҙың улын...
Хәрби комиссарҙың улын...

Һиндә барыһы ла тәртиптә тип иҫәпләгән берҙән-бер табип военкоматта эшләй.
***
Военкоматта.
– Тын ала беләһеңме?
– Эйе.
– Яраҡлы!
***
РФ оборона министрлығы призывниктар етмәү сәбәпле, әрмегә элекке зектарҙы саҡырырға теләй.
– Дөрөҫ! Был һуғышҡа һәләтлекте күтәрәсәк, сөнки зектарҙың күбеһе ҡорал менән эш итә белә!
***
Бөгөн универ янынан һалдаттар ултырған автобус уҙҙы. Һалдаттар студенттарға моңһоу, ә студенттар һалдаттарға шөрләп күҙ һалды.
***
– Әйтегеҙ әле, мин семестр өсөн “автомат” аламмы?
Уҡытыусы:
– Эйе! Өҫтәлмә рәүештә итек тә!
***
Хәрби билет – һин бер ҡайҙа ла бармаҫ өсөн һатып алған берҙән-бер билет.
***
Тормошта үҙ алдыңа маҡсат ҡуйырға кәрәк: бына мин “автомат” алырға теләнем һәм автомат алдым. Элекке студент Төлкөбаев.
***
Хәрби комиссарҙың улын әрмегә алғандар. Бына күрҙегеҙме, Аллаһы Тәғәлә бар ул.
***
Военкомат өсөн миңә әллә ҡасандан бирле ауырый, ә эшкә үгеҙҙәй таҙа, тигән белешмә кәрәк.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: