-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Сентябрь 2022, 18:30

Ир менән ҡатын

Ҡатын тәҙрәгә ҡарап, уйсан ғына:– Ямғыр яуа, – ти.Ир гәзиттән айырылмайынса:– Мин өйҙә юҡ тип әйт. ***

Ир менән ҡатын
Ир менән ҡатын

– Әмин, һин мине яратаһыңмы?
– Әминә, һин ниңә таң менән тауыш сығараһың?
***
– Ниңә кәйефең юҡ?
– Бөгөн ҡатыным менән айырылышырға барҙыҡ. Барып етмәнек.
– Ниңә?
– Талаштыҡ...
***
Иртән. Маршрутка. Тынлыҡ. Бер ирҙең кеҫә телефоны шылтырай, моң урынына – эт өрөүе. Ул телефонды ҡолағына килтерә, мөләйем генә әйтә:
– Эйе, һөйөклөм.

***
Ир –ҡатынына:
– Минең башҡа ҡатын менән үбешеп торғанды күрһәң, нимә эшләйәсәкһең?
– Ни... тоғро ҡатының булараҡ, травматология бүлегенә йөрөйә­сәкмен...
***
Сәйгүн һыҙғыра... Микроволновка дырылдай... Балалар аҡыра... Ир психлана... Бесәй ашарға таптыра... Эт өрә... Телефон шылтырай... Һәм быларҙың барыһы ла, ҡәһәр һуҡҡыры, хәйерле иртә тип аталамы?!
***
Юғары уҡыу йорттары өсөн грамматика буйынса конкурста 200 кеше ҡатнашҡан. “Тыныслыҡ, һиллек, бәхет” һүҙҙәрен бер һөйләм менән генә әйтергә кәрәк булған. “Ҡатын йоҡлай” тип яҙыусы еңеп сыҡҡан. Зал аяҡ үрә алҡышлаған. Ә өйләнгән жюри рәйесе күҙ йәштәре менән: “Гений!” – тигән.
***
Һыуытҡыстағы яҙыу: “Эремсек яңы түгел, бесәйгә бирмә. Эштән ҡайтҡас, унан һиңә эремсек ҡабартмаһы яһармын”.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: