+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Октябрь 2022, 16:00

Көлгәнгә – көлкө

Минең өсөн ғаиләлә – ҡатын, эштә – начальник, илдә президент хәл итә. Ләкин Ерҙә барыһын да мин генә хәл итә торған бер урын бар! Ул – кроссворд... ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Бәхет һине мотлаҡ эҙ­ләп табасаҡ, тиҙәр. Әллә мин ныҡ ҡасам, әллә ул мине насар эҙләй...
***
Бер ир урамда йөрөгән­дә һулҡылдап илаусы әбейҙе осрата.
– Әбей, ни илайһың, әллә берәйһе рәнйет­те­ме?
– Улым, янсығым менән аҡсамды урланылар...
– Аҡсаң күпмерәк ине һуң?
– Күп, улым, илле һум.
– Бына һиңә, әбей, илле һум, илама!
– Улым, бәлки, янсы­ғым­ды ла бирерһең, ә?!
***
– 369-сы тотҡон! Ни өсөн һиңә бер кем дә кил­мәй? Ҡәрҙәштәрең юҡмы әллә?
– Ни эшләп булмаһын, ти, бар! Күптәр. Ләкин улар барыһы ла бында...
***
Телефон шалтырай.
– Ғәфү итегеҙ, Сафияны телефонға саҡырырға мөм­кинме?
– Сафиянымы? Хәҙер!
Сафия ҡара әле.
Алда ғүмер бар әле.
Һөймәгәнгә һөйкәл­мәй­беҙ,
Һөйөүсе булыр әле.
***
Төнгө сәғәт өс тирә­һендә скайп буйынса һөй­ләшеү.
– Сәләм! Ни эш бөтө­рәһең?
– Колбасаға китеп барам.
– Бик һуң түгелме һуң?
– Ә минең һыуытҡыс тәүлек әйләнәһенә эш­ләй.
***
– Күрше, стенаны көн-төн быраулауҙан ҡасан туҡтайһың?
– Мин кәштә ҡуям.
– Һигеҙ йыл буйынамы?
– Быныһы икенсеһе.
***

Һәр кемдең үҙ пробле­маһы: кемдеңдер ашы шыйыҡ, кемдеңдер гәү­һәр­ҙәре ваҡ.
***
– Ҡара фломастер бир әле. Бармаҡтарҙы буярға кәрәк.
– Ниңә?
–Ҡунаҡҡа барам – нәскиҙәрем тишек.
***
Бөгөн төндә йоҡлай алманым, тәҙрә аҫтында йырлағандары өсөн тү­гел, ә йырҙы белгән һәм ҡушылып йырлаған өсөн.
***
– Кем беренсе?
– Мин.
– Минең арттан булыр­һың!
***
– Ҡайҙа эшләйһең?
– Аэропортта, иҙән йыуам.
– Шул да булған эш, ташла!
– Нимә? Тота килеп кенә аэропоттан китеп булалыр шул?!
***
– Тәк, тағы ла бер аҙым. Маладис! Әсәһе, тиҙерәк камераны килтер, улы­быҙ сығарылыш кисәһе­нән ҡайтты!
***
Ир-егеттәр иламай, ти­ҙәр... Ә мин, һеҙ уларҙы рәнйетә белмәйһегеҙ, тим.
***
Кәмә станцияһы причалында мегафон тотҡан ир тора, ялҡытҡыс ҡабатлай:
– Туғыҙынсы кәмә! Һеҙ­ҙең ваҡыт үтте. Ҡайты­ғыҙ!
Янына бер малай килә:
– Ағай, һинең станци­яңда ни бары ете кәмә. Туғыҙынсыһы ҡайҙан килеп сыҡты?
Ир шул уҡ ялҡытҡыс тауыш менән мегафонға:
– Алтынсы кәмә, һеҙҙең менән ни булды?
***
– Һин нимә, мине ҡур­ҡытаһыңмы әллә?
– Юҡ.
– Улайһа, мин ниңә йырлаған өсөн.
);)
– Кем беренсе?
– Мин.
– Минең арттан булыр­һың!
);)
– Ҡайҙа эшләйһең?
– Аэропортта, иҙән йыуам.
– Шул да булған эш, ташла!
– Нимә? Тота килеп кенә аэропоттан китеп булалыр шул?!
);)
– Тәк, тағы ла бер аҙым. Маладис! Әсәһе, тиҙерәк камераны килтер, улы­быҙ сығарылыш кисәһе­нән ҡайтты!
);)
Ир-егеттәр иламай, ти­ҙәр... Ә мин, һеҙ уларҙы рәнйетә белмәйһегеҙ, тим.
);)
Кәмә станцияһы причалында мегафон тотҡан ир тора, ялҡытҡыс ҡабатлай:
– Туғыҙынсы кәмә! Һеҙ­ҙең ваҡыт үтте. Ҡайты­ғыҙ!
Янына бер малай килә:
– Ағай, һинең станци­яңда ни бары ете кәмә. Туғыҙынсыһы ҡайҙан килеп сыҡты?
Ир шул уҡ ялҡытҡыс тауыш менән мегафонға:
– Алтынсы кәмә, һеҙҙең менән ни булды?
);)
– Һин нимә, мине ҡур­ҡытаһыңмы әллә?
– Юҡ.
– Улайһа, мин ниңә дерелдәйем һуң?

 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: