

– Һылыуҡай, һеҙ киләһе туҡталышта төшәһегеҙме?
– Юҡ, мин икенсеһендә төшәм.
– Улайһа, әйҙә алмашабыҙ.
– Йәғни, мин – киләһендә, ә һеҙ икенсеһендәме?
* * *
– Кисә генә бер аҙналыҡ кефир диетаһын тамамланым, – тип маҡтана бер ҡыҙ.
– Ә мин һин уны кисә генә башлағанһың тип ишеткәйнем, – ти егет.
– Мин уны иртәрәк тамамланым, шунан нимә булған? – тип асыулана ҡыҙ.
* * *
Үткән тыуған көнөмдә үҙемә, ай һайын ҡыҙҙарҙы алмаштырып торорға теләр инем, тигән теләк теләгәйнем. Теләгем тормошҡа ашты – яланғас ҡыҙҙар төшөрөлгән өҫтәл календары бүләк иттеләр.
* * *
Планетала, килгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда, инде алты миллиардтан ашыу кеше йәшәй.
* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың бер ваҡытта ла һеҙ уйлағанды ишеткеһе килмәй. Улар үҙҙәре нимә уйлай, шул хаҡта тик йомарт һәм матур ир-аттан ишеткеһе килә.
* * *
Эштән иртәрәк китеү – насар ырым. Ана, беҙҙә берәү бер аҙға алдараҡ киткәйне, хәҙер ҡатыны менән айырылыштылар.
* * *
– Ҡыйыуҙар ҡалаларҙы ала...
– Эйе-эйе, ә иҫәрҙәр – кредит...