+18 °С
Облачно
Көләмәстәр
3 Ноября 2022, 09:00

Бер үк

– Һаумыһығыҙ, был “айыҡ водитель” операцияһы.– Айыҡтарҙы туҡтатығыҙ! Бында минең ниндәй ҡыҫылышым бар? ***

Бер үкБер үк
Бер үк

– Сәғәтенә 120 километр?!
– Мин утыҙҙан арттырманым.
– Бәлки, бер урында торҙом тип тә әйтерһегеҙ?
– Тап шулай булды ла!
– Яҡшы, штраф түләгеҙ – бында туҡтау тыйылған.
***
Бер ир ун йыл япон машинаһында йөрөгәс, Европаныҡын алған. Ике айҙан ҡатыны айырылышырға судҡа биргән. Сәбәп: ир машинаны алыштырыуын алыштырған, ә уң тәҙрәгә төкөрөү ғәҙәтен ташламаған.
***
Гаишник һәм һауынсы. Һөнәрҙәр төрлө, ә принциптары бер үк.
***
Егет менән ҡыҙ спорт автомобилендә елдерә.
Ҡыҙ:
– Шәп барма, мин ҡурҡам.
Егет:
– Ә һин, минең кеүек, күҙҙәреңде йом.
***
Миңә гаишниктар фото ебәрҙе, һәйбәт килеп сыҡҡан. Тик уларҙың фотоһы ҡиммәт.
***
Автоинспектор автомобиль туҡтата.
– Аптечкаң бармы?
– Юҡ, минең менән шәфҡәт туташы бара.
***
Иҫерек рулдә бара. Уны иҫерек полицейский туҡтата.
– Ни өсөн машинаны ике кеше йөрөтә?
– Ә һеҙ ниңә минең машинаны уратып алдығыҙ?

Р. ШАҺИНУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас