+13 °С
Облачно
Көләмәстәр
7 Ноября 2022, 10:00

7 ноябрь – тарихтың бер көнө

– Ни өсөн күҙ табибына сират ҙур?– Радионан: “Совет кешеләренең байлығы күҙ алдында арта”, – тинеләр. ***

7 ноябрь – тарихтың бер көнө7 ноябрь – тарихтың бер көнө
7 ноябрь – тарихтың бер көнө

Һатып алыусы магазинға инә, ә алырлыҡ бер нәмә лә юҡ – прилавкалар буш. Ул туҙынырға тотона:
– Бындай тәртипһеҙлек бер ҡайҙа ла юҡ! Хөкүмәт ни эшләй, ул нимә хаҡында уйлай икән?
Уның янына ике штатский килә лә ситкә алып китә.
– Гражданин, һеҙ кемде әрләйһегеҙ?
– Бына батша Романовтарҙы әрләйем әле.
– Бында Романовтарҙың ниндәй ғәйебе бар?
– Нисек булмаһын! Өс йөҙ йыл идара иттеләр, ә аҙыҡ-түлек запасы етмеш йылға ғына етте!
***
– СССР-ҙа уртаса ғүмер оҙонлоғо нисә йыл?
– Ун йыл: мәктәпкә тиклем ете йыл һәм хаҡлы ялға киткәс өс йыл.
***
Медицина институтында дәүләт имтиханында студенттан һорайҙар:
– Һинең алдыңда ике һөлдә. Улар хаҡында ни әйтә алаһың?
Студент иңбаштарын һикертә.
– Йә?! Улар кемдәрҙеке?
– Белмәйем.
– Йә, Хоҙай! Алты йыл буйы һиңә нимә хаҡында ныҡынылар?
– Ысынлап та, Маркс менән Энгельстыҡымы?!.
***
Горбачев үҙенең оҙон ғүмерле булыуын аңлата:
– Тамуҡҡа ҡабул итмәйҙәр, емерер, тип ҡурҡалар.
***
Егерме алтынсы съезд делегаты ауылына ҡайта. Унан һорайҙар:
– Нимә күрҙең?
– Күп нәмә күрҙем, барыһын да һөйләп бөтөрлөк түгел. Хеҙмәтләндереү ныҡ оҡшаны. Бына үҙемә костюм алдым әле.
– Ә ни хәл иттеләр, ни?
– Төп мәсьәләне хәл иттек: барыһы ла – кеше өсөн, барыһы ла – кеше именлеге өсөн.
– Ни хәл иттегеҙ?
– Барыһы ла бер тауыштан хупланы. Иң мөһиме – мин үҙем был кешене күрҙем.
***
Магазинда.
– Колбаса бармы?
– Бар.
– Ыҫланғаны?
– Бар.
– Ә ҡыҙыл ыуылдырыҡ бармы?
– Бар.
– Ҡараһы?
– Уныһы ла бар.
– Нимә һеҙ, әллә мыҫҡыл итәһегеҙ­ме?
– Һин үҙең беренсе булып башланың бит.

ЮЛАМАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас