Беҙ уларҙы тартып сығарҙыҡ. Таныштыҡ, бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ.
– Шунан?
– Беҙ һөйләшкән арала тегеләрҙең егеттәре палатканан беҙҙең аҡсаны, сәғәтте, иң үкенеслеһе ¬ араҡыбыҙҙы урлаған.
***
– Баҡсалағы сүп үләндәрен йолҡһон һәм картуфты күмһен өсөн робот яһарға кәрәк.
– Миндә ундай робот бар, тик уға араҡы ҡойорға кәрәк.
***
– Бөгөнгә ниндәй пландарың бар?
– Күҙлек артынан оптикаға барам.
– Һуңынан?
– Күҙ күрер әле.
***
Бәләкәй малай һорау бирә:
– Атай, миңә нисә йәш?
– Һиңә биш йәш.
– Ә бесәйгә?
– Уға ике йәш.
– Улайһа, ниңә бесәйҙең мыйығы бар, ә минеке юҡ?
***
– Ҡарале, Вадим, һин бит спортсы. Мускулдарҙы үҫтереү өсөн берәй күнегеү өйрәт әле.
– Баҡса.
***
– Бына ял итер өсөн дача һатып алдыҡ әле.
– Нисек, ял итеп буламы һуң?
– Була, тик дачаға бармағанда.
***
Миңә ҡалһа, себендәр кешенән ҡанды анализға ала ла кәкүккә алып бара, һуңынан ул беҙгә нисә йыл йәшәргә ҡалғанын хәбәр итә.
***
– Ниңәлер шашлығың тәмһеҙ, итен сәйнәп булмай.
– Ә һин битлегеңде һал...
***
Диңгеҙ буйында ял итеүсе берәү өс көн ямғыр яуғандан һуң ҡайтырға йыйына башлай.
– Ниңә ваҡытынан алда йыйынаһың?
– Бындағы ямғыр үҙәккә үтте.
– Һеҙҙең яҡта ла шундай ямғыр яуа инде...
– Беҙҙәге арзаныраҡҡа төшә шул...
***
Отпускыһыҙ йәй – бүләкһеҙ тыуған көн менән бер.
***
Ни өсөн себендәрҙең: “Алтынан һуң ашамаҫҡа!” – тигән принцибы юҡ икән?
***
Ҡарсыҡ – һуҡбайға:
– Был ыштан туҙмаған әле, әҙерәк ямаштырһаң өр-яңы буласаҡ.
– Улайһа, әбекәй, мин ыштанды бер сәғәттән килеп алырмын. Мин ашыҡмайым.
***
– Һөйөклөм, мин отпускыға тип йыйған аҡса ҡайҙа?
– Ай, ҡәҙерлем, һиңә әйтергә онотҡанмын, мин уға тун һатып алдым.
Ир телефондан шылтырата:
– Әллеү, был туристик агентлығымы? Канар утрауҙарына ике путевка урынына берәү генә – Тундраға, тәҙрәләре дрейфтағы станцияға ҡараған ике йондоҙло чумға.
***
– Әсәй, утыҙ һум аҡса бир әле.
– Ниңә?
– Мин уны фәҡир әбейгә бирәм.
– Алтыным минең! Бына һиңә аҡса. Ә әбей ҡайҙа һуң?
– Ана ултыра, туңдырма һата.
***
– Донъя картаһы һатып алдым, сәйәхәт итәсәкмен!
– Ҡайҙан аҡса таптың?
– Ул ҡиммәт түгел.