+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көләмәстәр
9 Ноября 2022, 12:00

Китапхананы талаған

Тәмәке тартыу ғүмерҙе өҙә. Тоҙ, шәкәр, хәмер – барыһы ла ағыу. Аҙыҡ-түлектең яртыһы – ялған, ҡалғандарын сит илдән законһыҙ килтергәндәр. Һалымдар түләү генә файҙалы ***

Китапхананы талағанКитапхананы талаған
Китапхананы талаған

Банкыла.
– Кредитты ниндәй маҡсатта ала­һығыҙ?
– Төрмәнән ҡотолорға теләйем.
– Әгәр килеп сыҡмаһа?
– Ә һеҙ аҡсаны килеп сығырлыҡ итеп бирегеҙ.
***
Кешеләр, әйтерһең дә, запаста икенсе ғүмерҙәре бар һымаҡ йәшәй: эсмәйҙәр, тартмайҙар, балалар тыу­ҙыралар, өс эштә эшләйҙәр.
***
Мин гел эшкә һуңлайым, һуңлайым, һуңлайым, аңлатмалар яҙҙым, тағы ла һуңлайым, һуңлайым, һуңлайым. Бары­һы ла ҡул һелтәне, ә мин һаман һуңлайым...
Берҙән-бер көндө эшкә ваҡытында килдем. Түрәбеҙ аптыраны:
– Һин ни эшләп ваҡытында килдең?
– Нимә, аңлатма яҙырғамы ни?
***
– Ниңәлер Вәсилдең байтаҡтан бирле күренгәне юҡ.
– Ул китап уҡый.
– Уҡырға инергә йыйынамы әллә?
– Юҡ, китапхананы талаған.
***
Мәғариф өлкәһендәге тенденциялар буйынса фекер йөрөткәндә, тиҙҙән вузды тамамлағас, “Деплом” тип яҙылған ҡағыҙ бирәсәктәр.
***
Әле иң тотороҡло ғаилә – ипотекалы ғаилә. Кәмендә көмөш туйға тиклем йәшәйҙәр.
***
– Юлды нисек ремонтлайһығыҙ, тештәрегеҙҙе лә шулай дауалаһындар, – ти атайым.
***
Таксист миллионерҙы өйөнә алып бара. Ул счетчик буйынса иҫәпләшә.
Таксист:
– Мин кисә улығыҙҙы йөрөттөм, ул миңә йөҙ доллар сәйлек ҡалдырҙы.
– Бер ни ҙә әйтә алмайым: уның атаһы – миллионер, ә мин – етем.
***
Көрсөк миңә аяҡҡа баҫырға ярҙам итте. Түләнмәгән кредит өсөн банк машинамды тартып алды.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас