-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Ноябрь 2022, 12:00

Ул ғына белә

Яратҡан дәресеҠыҙыма туғыҙ йәш, 3-сө класта уҡый.– Һинең иң яратҡан дәресең ниндәй? – тип һораны олатаһы.– Һуңғыһы. – Олатаһының аңламай, аптырап ултырыуын күргәс, өҫтәне: – Ниндәй булыуы мөһим түгел, тик һуңғыһы ғына булһын. ***

Ул ғына белә
Ул ғына белә

Юғалһа?
Бер малай трамвайға ултырғас, билет ала. Саҡ ҡына торғас, икенсеһен.
– Ниңә ике билет алдың? – тип һорайҙар.
– Әгәр беренсеһе юғалһа?
– Икенсеһен дә юғалтһаң?
– Ул саҡта минең юл йөрөү билетым бар.

Банкир
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе Мараттан һорай:
– Һинең хыялың бармы?
– Бар, атайым һымаҡ банкир булырға ине.
– Атайың, ысынлап та, банкирмы ни?
– Юҡ, ул да банкир булам тип хыяллана.

Ул ғына белә
Ултырғыста ултырам. Кесе улым (6 йәш) елкәмә аҫылынды.
– Атайыңды быуып үлтерәһең бит! – тинем, шаяртып. – Унһыҙ нисек йәшәрһегеҙ?
– Нисек тә йәшәрбеҙ әле... – ти ул. Оло улым (14 йәш) кухнянан ҡысҡыра:
– Һин нимә, атайһыҙ?..
Дәртләнеп киттем, оло улыма афарин, атаһы өсөн стена кеүек тора, тип уйлайым. Шатлығым эсемә һыймай. Ә ул дауам итә:
– Компьютерҙың паролен атай ғына белә.

Һуңғы имтихан
Ситтән тороп уҡыйым, һуңғы имтихан шәмбелә булды. Был көндө балалар баҡсаһы эшләмәгәнлектән, биш йәшлек улымды үҙем менән бергә алырға тура килде.
Аудитория. Ун биш студент, уҡытыусы һәм улым менән мин. Билеттар алдыҡ, тынлыҡ, барыһы ла ниҙер яҙа, бала һүрәт төшөрә. Мин иһә фломастар ҡыштырлауы аҫтында гармун итеп һалынған шпоранан һорауға яуап эҙләйем. Шунда, ошо тынлыҡта, минең дөрөҫлөк яратыусы улым:
– Күсереп бөткәс, гармунды миңә бирерһең, – тимәһенме!

Д. ИШЕМҒОЛОВА.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас