-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Ноябрь 2022, 17:00

Көлгәнгә – көлкө

Уҡытыусылар көнө ме­нән ҡотларға кеше ҡал­ды­мы әле? Әллә бөтәгеҙ ҙә бизнесҡа китеп бөт­төгөҙмө? ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Уның фирмаһында 100 мең кеше эшләй, тип һөйләйҙәр.
– Умартаһы бар. Бал ҡорттары тота.
***
Һәр кемдә интернет бар! Хәҙер кухняға һөй­рәлеп барып, сәйнүкте ҡабыҙырға кәрәкмәй. Скайп аша был хаҡта ҡатыныңдан үтенеү ҙә етә...
***
Күршеләремде нығы­раҡ белгән һайын, ҡой­маны бейегерәк ҡуйғым килә.
***
– Официант, һеҙ миңә үтмәҫ бысаҡ биргәнһегеҙ.
– Ә һеҙ уны шницель менән үткерләгеҙ.
***
– Нимә эшләйһең?
– Футбол ҡарайым.
– Иҫәп?
– Алты шешә һыра.
***
– Мин шәмбелә туйға барам. Белһәң икән, бар­ғым килмәй.
– Барғың килмәгәс, бар­ма ла ҡуй, кем һине көсләй?
– Һуң мин кейәү ҙә баһа!
***
Поезда өҫкө кәштәлә ир ята. Аяҡтарын һәлен­дергән – нәскиҙәренән еҫ килә. Аҫҡы ҡаттағы ҡатын:
– Һеҙ нәскиҙәрегеҙҙе алыш­ты­раһығыҙмы? – тип һорай.
– Алыштырам, тик ара­ҡыға.
***
– Ейәнкәйем, мин һинең алма төшөрөлгән тимер пластинкаңды шкаф аяғы аҫтына ҡуйҙым. Һелкенеп тормаһын өсөн...
– Ярай, өлә... Нимә? Нимә? Нимә? Айфон!!
***
Ике айыу өңөнә ҡайта. Атай-айыу үҙенең буш тәрилкәһен күргәс:
– Кем минең ҙур тәрил­кәнән ашаны? – тип ҡыс­ҡыра. – Етмәһә, ҡалдыр­маған?
Малай-айыу үҙенең буш тәрилкәһенә ҡарап илай:
– Кем минең бәләкәй тәрилкәнән ашаны? Ет­мә­һә, ҡалдырмаған!
– Иҫәрҙәр, ниңә аҡыра­һығыҙ? Мин һеҙҙең тә­рил­кәләрегеҙгә бер нәмә лә һалманым бит әле, – тигән әсәй-айыу.
***
– Әйҙә ултырғыстарҙы тәҙрәнән ырғытабыҙ.
– Ниңә?
– Ҡыҙыҡ та баһа.
– Ә нимәгә ултырыр­быҙ?
– Нисек нимәгә? Әфйүн­гә.
***
Ҡыйыу егеттәр һәм ир-аттар, һеҙ ҡайҙа? Тағы ла бер көнөм макияж менән булашып бушҡа үтте.
***
Әсәйем шылтырата:
– Фатирыңа инеп сыҡ­тым. Һиңә кофта алып килдем. Өләсәйең менән бәйләнек, шундай матур килеп сыҡты, ул сүп-сар биҙрәһендә.
– ??!!!
– Мин һиңә сүп-сар биҙ­рәһе лә алдым, үҙең һо­рағайның бит.
***
Магазинда.
– Был ботинкаларҙың гарантияһы бармы?
– Әлбиттә, бар.
– Нисәү?
– Өс йөҙ тибеү.
***
Тумыртҡа суҡышы ме­нән ағас соҡой. Ағас ҡыуышынан өкө тумырт­ҡаға асыуланып ҡарай:
– Үҙеңде саҡ ҡына әҙәплерәк тотһаң булмаймы? Мин төнгө сменала эшләйем.
***
– Улым, һаман йоҡлай­һыңмы ни әле? “Тор!” – тип һиңә күпме әйтергә була? Ана, әрмелә “Рота, подъем!” тигән команда һәм биш секундтан һуң барыһы ла зарядкаға йү­герә.
– Нимә, трусиктарҙамы ни?

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас