

Төрмәләге һөйләшеү:
– Һин нимә өсөн ултыраһың?
– Тымаулаған өсөн.
– Булмаҫ, ундай закон юҡ.
– Бер сейфты асып булашҡанда, яңылыш сөскөрөп, ҡарауылсыны уяттым.
***
– Бисәң менән Төркиәлә ял итеп ҡайтыуығыҙ күпмегә төштө?
– 450 меңгә.
– Ай-һай, бик затлы курортта ял иткәнһегеҙҙер инде, улайһа.
– Юҡ. Беҙ отпускыла саҡта өйҙәге бөтә мөлкәтте урлап сыҡҡандар.
***
Ике ҡорҙаш осраша:
– Шунан, хәлдәр нисек?
– Ресторандан сыҡҡан юҡ!
– Әллә лотереяға аҡса оттоңмо?
– Ашарға пенсия етмәгәс, швейцар булып эшләйем.
***
Ике ир бесән саба икән.
– Һин бесәнде үҙеңә сабаһыңмы?
– Аллаға шөкөр, ошо йәшемә етеп, бесән көйшәр хәлгә төшкәнем юҡ. Һыйырыма сабам.
***
Табип ауырыуға:
– Йә, нисек, мин биргән дарыуҙы эсә башлағас, хәтерегеҙ яҡшырҙымы?
– Ғәфү итегеҙ, ә һеҙ кем булаһығыҙ әле?
***
– Ниңәлер кисә ҡатыныңа бик яман ҡысҡырҙың, күрше...
– Эйе шул, өйҙәге аҡсаны нимәләргә туҙҙырғанын белгем килгәйне.
– Ә иртән һеҙҙә ниндәй талаш булды?
– Бөгөн нәмәләр һатып алғанын әйтте.
***
Төн уртаһында бер ир өйөнә ҡайтып инә.
– Ышанаһыңмы, Кәримә, яңылыш ике смена эшләгәнмен. Эш сәғәте бөткәс, бер кем дә уятмаған – өҫтәл артында йоҡлап ҡалғанмын...
***
Ҡайһы илдә ял итеп, ниндәй сувенир алып ҡайтһағыҙ ҙа, шуны белегеҙ – был әйберҙәр бөтәһе лә Ҡытайҙа эшләнгән.
***
Бер ир командировканан ҡайтып инһә, ҡатыны йоҡо бүлмәһендә мандолина сиртеп ултыра икән.
– Нимә, илһам килдеме әллә?
– Эйе. Илһам, сыҡ шкафтан! Һинең бында икәнлегеңде ирем белгән...
***
Ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм ятағы. Вахтёр ҡатын:
– Егет, һеҙ кемгә килдегеҙ?
– Ә миңә барыбер. Мин ҡыйыулыҡ өсөн ике йөҙ грамм “һуҡтырып” килдем.
Х. АЛДАРОВ.