+9 °С
Облачно
Көләмәстәр
18 Ноября 2022, 10:00

Мәктәп көләмәстәре

– Атай, күҙеңде йомған килеш ҡултамғаңды ҡуя алаһыңмы?– Эйе.– Улайһа, минең көндәлегемә ҡуй әле. ***

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп көләмәстәреМәктәп көләмәстәре
Мәктәп көләмәстәре

Уҡытыусы:
– Данис, ҡыҫала һымаҡтар класына нимәләр инә?
Данис:
– Ҡайсы.
* * *
Уҡытыусы:
–Уҡыусылар, яһалма балды нимәнән яһайҙар?
–Яһалма сәскәләрҙән.
* * *
Уҡытыусы – уҡыусынан:
– Ни өсөн өйгә эштәреңде гел атайың эшләй?
– Әсәйемдең башҡа эштәре күп бит.
* * *
Уҡытыусы:
– Доктор һүҙенең синонимы нисек була?
Уҡыусы:
– Айболит.
* * *
Рәсем дәресендә уҡытыу­сы өй эштәрен тикшерә. Әлфиәнең рәсемен ҡарағас:
– Ә һин ниндәй рәсем яһаның? – тип һорай.
– Океан...
– Тулҡындары юҡ бит.
– Был бит Тымыҡ океан.

Автор:
Читайте нас