+14 °С
Облачно
Көләмәстәр
25 Ноября 2022, 10:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Ултырышта бер депутат ярһый-ярһый сығыш яһай:– Беҙҙең Дума депу­тат­тарының яртыһы – алдаҡсы һәм ришүәтсе!– Хәҙер үк ғәфү үтенегеҙ! – тип туҡтата уны спикер.– Беҙҙең депутаттарҙың яртыһы – алдаҡсы һәм ришүәтсе түгел... ***

Әҙ-мәҙ мәҙәкӘҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Самолетта бер пассажир:
– Ой-ой, хәлем насарланды! – тип ҡысҡырып ебәрә. – Уҡшыта... ҡоҫам...
– Һеҙ анау төймәгә баҫы­ғыҙ, – тип кәңәш бирә уға күршеһе.
– Баҫтым. Шунан ни булды инде?
–Хәҙер стюардесса ал­дын­дағы лампочка янды.
– Ә ул лампочканы үҙе ҡабыҙа алмаймы ни?!
***
Бер олигархтың яғаһынан алалар.
– Кеше үлтерергә заказ биргәнһең икән!
– Ялған!
– Был хәбәрҙе кире ҡа­ғырлыҡ дәлилең йәки ша­һитың бармы?
– Бар! Теләһәгеҙ, хатта валюта менән дәлилләй алам.
Н. МИҺРАНОВ.
Белорет районы.
***
– Ҡыҙым, биш шаҡмаҡ шәкәр һалдың. Әллә ғашиҡ булдыңмы?
– Юҡ, әсәй, мин шәрбәт­ле сәй яратам.
– Ҡыҙым, һин бит уларҙы ашҡа һалдың...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас