+23 °С
Ясно
Көләмәстәр
26 Ноября 2022, 10:00

ЛЕНИН батша булғанда

Атай кеше арып-талып төнгө сменанан эштән ҡайта. Ишекте асып инеү менән балалары һырып ала:– Атай, һинең менән уйна­ғыбыҙ килә.– Ярар, мавзолей уй­нар­быҙ, мин – Ленин, һеҙ һаҡсылар ***

ЛЕНИН батша булғандаЛЕНИН батша булғанда
ЛЕНИН батша булғанда

Бала саҡта әсәһе Ленинды тәмәке көйрәткәндә тотҡан. Ул башҡаса тартмаҫҡа һүҙ биргән. Һуңынан ул эшселәргә һәм крәҫтиәндәргә күп төрлө вә­ғәҙәләр биргән, ләкин тәү­ге­һен генә үтәгән.
***
Эшселәр Ленинға зарлана:
– Ашарыбыҙға ҡалманы.
– Ә һеҙ үлән ашағыҙ.
– Нисек?! Һыйырға әйләнеп мөңрәй башлаһаҡ...
– Юҡты һөйләмәгеҙ әле, иптәштәр, бына мин кисә бер банка бал ашаным, бер ҙә бал ҡорто кеүек безелдәмәйем бит

***

– Владимир Ильич, һеҙгә йөрөксөләр килгән.
– Нәмә килтергәндәр?
– Яңы ғына тотолған балыҡ.
– Юлда нисә көн булғандар?
– Ике аҙна.
– Балаларға, барыһы ла балаларға!

***
– Бала саҡта һеҙ кемгә оҡ­шарға хыялландығыҙ? – тип һорағандар Рәсәй олигархта­рының береһенән.
– Ленинға.
– Үҫкәс, уның эшен дауам итер өсөнмө?
– Юҡ, Лондонда, Парижда, Женевала йәшәр өсөн.

***
– Мин Ленинды тере сағын­да күрҙем.
– Ә мин – табутта.

***
Ленин комсомол съезында телмәр тота:
– Һеҙгә, йәштәргә, уҡырға, уҡырға һәм уҡырға! Мин Гор­киға киттем.
– Ни өсөн?
– Дауаланырға, дауала­нырға һәм дауаланырға!

***
Ленин былай тип әйткән: “Партияла фәҡәт өс ысын коммунист бар: Ульянов, Ленин һәм мин”.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас