

Ике ир осраша.
– Әллә нисә шылтыраттым, телефоның эшләмәйме, әллә берәй ерҙә йөрөнөңмө?
– Ҡатынымды зоопаркка алып барҙым.
– Шунан?
– Шул: алдылар!
***
Йыл үткәс, был ирҙәр тағы осраша.
– Нисек йәшәйһең, Фәһим?
– Бер сама ғүмер итәм: насар сағымда “Ашығыс” алып китә, яҡшы сағымда – полиция машинаһы.
***
Йәш кәләш туйҙан һуң ике көн үткәс, әсәһенә шылтырата:
– Беҙҙә яман ғауға ҡупты – ни эшләйем икән? – ти, илай-илай.
– Тормош шулай бара, ҡыҙым: ғаиләлә табаҡ-һауыт шалтырай инде.
– Беләм – ыҙғыштарҙы күреп үҫтем. Ә мәйетте ни эшләтергә?!.
***
– Ҡәҙерлем, минең күҙҙәрем зәңгәр күк һымаҡ, эйеме?
– Ыһы.
– Ә ирендәрем ҡыҙыл рауза сәскәһе кеүек, эйеме?
– Ыһы.
– Миңә шулай әйткәнеңде, ҡәҙерлем, ифрат яратам!
***
Табип ауырыуҙы ентекләп тикшерә лә:
– Һеҙҙе ғүмерегеҙ буйына ныҡ ағыулы һәм бик күптәнге сир интектерә, – ти.
Ауырыу бышылдай:
– Әкренерәк һөйләгеҙ, зинһар: ул ишек артында ғына ултыра бит...
***
Телевизор ҡарап ултырған ҡатын, тәрән көрһөнөп, иренә үпкәләй:
– Күрәһеңме, был кеше ҡатынын нисек ярата!
– Ошо ролде уйнаған иргә, беләһеңме, ни ҡәҙәре аҡса түләйҙәр!..
***
Әсәһе ете йәшлек улынан һорай:
– Балам, һиңә ҡусты алып ҡайтайыҡмы, әллә һеңлекәшме?
– Негр булһын!
– Ниңә?
– Атайҙың күҙҙәре аҡайһын!
***
Күрәҙәсе, кәрт һала ла, клиентына:
– Илле йәшегеҙгә еткәнсе аҡсаға интегесәкһегеҙ, – ти.
– Аҙаҡ нисек буласаҡ?
– Аҙаҡ еңелерәк булыр – хәйерселеккә күнегерһегеҙ.