+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Декабрь 2022, 15:00

Көләмәстәр

– Белмәйем, нисек килеп сыҡҡандыр, әммә һеҙҙең йә­мәғәтегеҙ самолетҡа ултыралмай аэропортта тороп ҡалды, – ти стюардесса пас­са­жирға.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

– Аллаға шөкөр! – ти ир. – Мин инде әллә һаңғырау­лан­дыммы тип ҡайғыра баш­ла­ғайным...
***
Пассажир ашыға-ашыға ав­тобусҡа һикереп керә һәм бағаналағы сәғәткә күҙ ташлай: 8 сәғәт 15 минут. Киләһе туҡталышта ул икенсе сәғәт­тең 8 сәғәт 5 минутты күрһә­теүен шәйләй.
– Уф, шулай булыр тип уй­лағайным да, – ти ул. – Ашы­ғып, кире яҡҡа барған авто­бусҡа ултырғанмын даһа!..
***
– Мин һиңә ҡыҙымды бир­мәйәсәкмен! – тип ҡырт киҫә бизнесмен кейәүлеккә дәғүә итеүсе егеткә. – Ә бына һөм­һөҙлөгөң һәм оҫта алдаша белеүең миңә оҡшай, шуға һине үҙемдең фирмаға эшкә алырға булдым.
***
Мебель салонындағы өгөт­лә­мә:
“Әгәр ҙә боронғо затлы мебель алырға аҡсағыҙ етмәһә, замансаһын кредитҡа алығыҙ. Бурысығыҙҙы түләп бөткәнсе, ул мотлаҡ боронғо һәм зат­лыға әйләнәсәк”.
***
Урамдағы малай янына бер төр­көм халыҡ йы­йыл­ған. Баҡ­һаң, ул тимер аҡса йотҡан да, нишләргә икәнен берәү ҙә белмәй икән. Шул саҡ бер ир, малайҙы аяҡлы-башлы тотоп кү­тәргән дә, һелкә башла­ған. Аҡса тәгәрәп килеп төшкән.
– Һеҙ табипмы әллә? – тип ҡыҙыҡһынған кемдер.
– Юҡ, мин – һалым инспекторы.
***
– Машинағыҙҙы кем урла­ғанын беләм тиһе­геҙ инде?
– Эйе, әммә ул ҡараҡ­ты ҡулға алырға ашыҡ­маһағыҙ икән, иптәш ма­йор, ашыҡ­майыҡ, ма­шинаны буя­ғанын кө­тәйек...
***
– Ниңә шулай һөмһө­рөң ҡо­йолдо әле?
– Йөрөгән ҡыҙымды кейәүгә бирҙеләр.
– Кемгә?
– Кемгә булһын – миңә!

***
– Ни өсөн был ҡуянды ат­ты­ғыҙ? Һеҙ бит һунарсылар ойош­маһы ағзаһы түгел.
– Ә ни өсөн ҡуян минең кә­беҫтәне ашаған, ул бит ми­нең ғаилә ағзаһы түгел?
***
Судья хөкөм ителеүсегә:
– Хәҙер нисек итеп сейфты асҡанығыҙҙы һөйләгеҙ.
– Ғәфү итегеҙ, судья әфән­де, һөйләй алмайым. Сөнки залда конкуренттарым күп.
***
– Зилә, hаумы, Ирек өйҙә­ме?
– Өйҙә, тик нимәгә ул hиңә?
– Унан мең hум аҡса hорап торайым тигәйнем.
– Мең тәңкә аҡсаhы булhа, ул өйҙә ултырыр инеме ни?
***
«Яңы урыҫ» зыяратта мәр­мәр­­ҙән эшләнгән затлы ҡәбер таштарын ҡарап йөрөй ҙә:
– Йәшәй бит кешеләр, – тип көрhөнөп ҡуя.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: