+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Декабрь 2022, 16:00

Бизнесың барамы?

Ике эшҡыуар осраша.– Хәлдәр нисек? Бизнесың барамы?– Һиңә нимә әйтергә? Мин теләгәнсә бик үк шәптән тү­гел, һин теләгәнсә бик үк на­сар ҙа түгел... ***

Бизнесың барамы?
Бизнесың барамы?

Бер эшҡыуар әленән-әле хәйерселәргә аҡса таратҡан, ә фән кешеләренә ярҙам ит­мәгән. Ни өсөн улай эшлә­һең, тип һорағас:
– Кем белә, киләсәктә мин дә хәйерсегә әйләнермен, бәлки. Ә бына бер ваҡытта ла ғалим булмаясаҡмын.
***
Депутат маршруткаға ултыра. Шоферға аҡса һәм мигалка бирә:
– Дума янында туҡтағыҙ әле. Үҙемдең машинам ватылды...
***
Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең аҡ­саһы әҙерәк булған һайын, улар уны араҡыға күберәк тотона.
***
Париж – Мәскәү араһы сүп ул! Ә эш хаҡы менән аванс араһы – ысын мәғәнәһендә ҡот осҡос һынау!
***
– Рәсәйҙә донъялағы иң бай чиновниктар йәшәй тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Юҡ, уларҙың ҡатындары, балалары – иң байы.
***
– Атай, коррупционерҙар кемдәр ул?
– Ришүәт алыусы кешеләр.
– Уларға ҡаршы кем дә булһа көрәшәме?
– Көрәшә! Ришүәт ала алмаусылар.
***
Газ, нефть – халыҡтыҡы. Был аңлашыла. Ә бына халыҡтың ни өсөн бензинды ҡиммәт хаҡҡа һатып алыуы аңлашылмай.

 

Автор:
Читайте нас: