+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
15 Декабрь 2022, 12:00

Бышылдағанды ла ишетә

“Фейерверк” боронғо ҡытай теленән былай тәржемә ителә: “Ҡарағыҙ әле, һауала шартлатыу өсөн минең артыҡ аҡсам бар”. ***

Бышылдағанды ла ишетә
Бышылдағанды ла ишетә

– Ҡәҙерлем, тиҙҙән Яңы йыл, Һыйыр йылына миңә нимә бүләк итәһең?
– Үҙемде!
***
Сәлим алғы бүлмәлә тора. Бар көсөнө аҡыра:
– Ҡыш бабай, миңә яңы велосипед бүләк ит!
Янына әсәһе килә:
– Улай ҡысҡырма, Ҡыш бабай хатта бышылдағанды ла ишетә...
– Ишетәлер, тик атайым бүлмәһендә бикләнеп ултыра, ишетмәүе ихтимал...
***
3 ғинуар. Ишек шаҡыйҙар.
– Кем унда?
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы?
– Эйе.
– Алла хаҡы өсөн 50 грамм ғына ҡойоп бирегеҙ әле.
***
– Әхирәткәйем, Яңы йылды нисек ҡаршыланың?
– Мин ғәйепле түгел, ул үҙе килде!
***
Әгәр Гитлер беҙгә 1 ғинуарҙа иртәнге сәғәт дүрттә һөжүм итһә, беҙ һуғыш башланғанын ун беренә тиклем белмәҫ инек.
***
– Иртәгә тун һайларға барам. Иремә Яңы йылға кредит бүләк итәм...
***
Яңы йылда һигеҙ телдә “Мин ҡайҙа?” тигән һүҙҙәрҙе өйрәнергә булдым. Донъя хәлен белеп булмай...
***
Яңы йыл алдынан һиҙемләү.
Оптимист:
– Яңы йыл былтырғыһынан яҡшыраҡ буласаҡ.
Пессимист:
– Яңы йыл былтырғынан аламараҡ буласаҡ.
Реалист:
– Йә, Хоҙай, тағы тығынырға!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: