+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Декабрь 2022, 11:00

Көлгәнгә – көлкө

– Хәтереңдәме, мин һинән 5 мең һум аҡса алып тороп кире ҡайтармағайным.– Әлбиттә, хәтеремдә.– Һинән тағы ла аҡса һорап торорға мөмкинме? ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Эсмәйем, тип әйтәм… ба­рыһы ла эсергә ҡыҫтай!
Диеталамын, тип әйтәм… барыһы ла ашарға ҡыҫтай!
Аҡсам юҡ, тип әйтәм… әл­лә шым әйтәм… әллә ише­тергә теләмәйҙәр…
***
Ҡатын бер ҡулы менән иренең боғаҙынан тотҡан, икенсеһендә – уҡлау:
– Тағы ла бер һүҙеңде ишет­­һәм, мин – тол ҡатын!
***
– Һин тормошта кем?
– Йырсы.
– Шәп! Ә ҡайҙа йырлай­һың?
– Хеҙмәтсе булып эшләгән бай йортта. Хужалар өйҙә булмағанда…
***
Бабай менән әбей йәшен­мәк уйнарға яратҡан. Әбей иртән иртүк көмөшкәне йә­шереп ҡуйған, әгәр бабай уны тапһа, кискә әбей йә­шен­гән.
***
– Ҡәһәр һуҡҡан ҡыш! Ма­шиналарҙың йоҙағы туңа – асып булмай.
– Ә һин ҡайнар һыу менән.
– Һин иҫәрме әллә? Күҙ алдыңа килтер, мин ҡала буйлап машина урларға китеп барам, ҡулымда сәйнүк.
***
– Етте! Иртәгәнән тормошомдо ҡырҡа үҙгәртәм.
– Телевизорға ятып, диванды ҡарайһыңмы?
***
Уҡытыусылар зарланыша:
– Бөтөнләй эшләрлек тү­гел! Уҡытыусы директорҙан ҡурҡа. Директор – инспек­тор­ҙан. Инспектор – минис­трлыҡтан килгән тикше­реү­се­ләрҙән. Министр – ата-әсә­ләрҙән. Ата-әсәләр бала­лар­ҙан ҡурҡа. Балалар ғына бер кемдән дә ҡурҡмай.
***
Хрущевкалағы бер бүлмә­ле фатирҙа 1 ҡапсыҡ шыт­ҡан картуф, ватыҡ диван, “Һәнәк” журналы төпләме, лампалы “Ре­корд” телевизоры… Һиңә өләсәйең мираҫҡа нимә ҡалдырҙы?
***
Ит магазины янында ике ир һөйләшә:
– Әйҙә, кереп сығабыҙ!
– Юҡ, күрмәйһеңме ни, “Эт менән керергә ярамай” тип яҙылған.
***
Бөтә йондоҙҙар ҙа йырлай, бейей, фигуралы шыуа, бына хәҙер дельфиндар ме­нән… “Көрәкле йон­доҙ­ҙар”, “Йондоҙҙар фермала”, “Йон­­доҙҙар баҫыуҙа” проект­тары экрандарға ҡа­сан сығыр икән?
***
Әсә:
– Мин улыма 3 килограмм алма алырға ҡушҡайным. Үлсәнем. 2 килограмм ғына килеп сыҡты.
Һатыусы:
– Ә улыңды үлсәнеңме?
***
– Әптерәй, тиҙҙән мин килеп етәм, ашарға берәй нә­мәң бармы?
– Сырлы бутерброд ашай­һыңмы?
– Әлбиттә!
– Сыр менән икмәк һатып ал…
***
Иҫәр шофер – ҡиммәтле ма­­шиналарҙан, аҡыллыһы – текә номерлыларҙан, тәж­рибәлеһе маршруткаларҙан ҡурҡа.
***
– Миңә алйырҙан алып би­регеҙ.
– Уны тәрбиәләргә: күҙә­тер­гә, йыйыштырырға, даими ашатырға, һыуын алмаш­тырырға, уның менән уйнар­ға кәрәк.
– Минең алйырҙан булғым килә!
***
Бөгөн ата-әсәләр йыйылышына барҙым. Өйҙән сы­ғып китер алдынан улымдың әйткән һүҙҙәре оҡшаны: “Әсәй, иң мөһиме һин унда бер кемгә лә ышанма!”
***
Яңы өйләнгән егет кәлә­ше­нә асыулана:
– Өйләнешкәнебеҙгә бер генә көн, һин минең менән талаша ла башланың!
– Мин был көндө ике йыл көттөм.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: