+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Декабрь 2022, 10:00

Көлгәнгә – көлкө

31 декабрҙә төнгө усаҡ янында 2022, 2035 һәм 2050 йылдар осрашҡан. 2020, таң ҡалып: “Их, ҡар ҡаплаған тауҙан санала шыуғаным иҫкә төштө!”2035:– Ә сана нимә ул?2050:– Ә ҡар нимә ул? ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Сәс төрөнә ҡарап, кешенең холҡон белергә мөмкин.
– Уныһы нисек була инде?
– Әйтәйек, йомшаҡ сәс­ле кеше – йомшаҡ холоҡ­ло, ҡаты сәслеһе – ҡаты.
– Ә пеләш булһа?
– Ул саҡта был кеше – бик шыма.
***
Хужалыҡта иң кәрәкле әйбер – ғәйепле ир!
***
Йәш уҡытыусы әхирә­тенә зарлана:
– Бер уҡыусым бөтөн­ләй йәнемә тейә: шаяра, шау-шыу ҡуптара, дәрес­тәрҙе өҙә!
– Уның бер генә лә ыңғай сифаты юҡмы ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул – дәрестәрҙе ҡалдырмай!
***
Икәү осрашыу хаҡында һөйләшә.
– Иртәгә?
– Эйе.
– Ҡайҙа?
– Ҡайҙа теләйһең?
– Ҡайһы ваҡытта?
– Минең өсөн барыбер.
– Ярай. Тик һуңға ҡалма!
***
Резюменан: насар ғә­ҙәт­тәрем, телевизор ҡа­рауҙан тыш, юҡ.
***
– Әсәй, һин борсолма, мин әле дауаханала.
– Һин ун йыл табип булып эшләйһең, һөйлә­шеүҙе ошо һөйләмдән башлауыңды ҡасан туҡ­тайһың?
***
Ашнаҡсы булып эшлә­йем. Ризыҡты әҙерләү һәм уны ят, таныш бул­маған кешеләргә биреү­ҙең нисек ауыр икәнен күҙ алдына килте­рәһе­геҙме?..
***
– Йә нисек, гитарала уйнарға өйрәндеңме?
– Юҡ.
– Ә ниңә?
– Шуныһын аңлама­йым, миндә биш бармаҡ, ә гитараның ҡылы алтау.
– Эйе... Пианинола ниндәй нишаналар уйна­ғанын күҙ алдыңа килтер.
***
ЗАГС-ҡа индер­мәне­ләр, кейәү иҫерек, тине­ләр. Бындай тәртип хө­көм һөргәндә, нисек кейәүгә сыҡмаҡ кәрәк?
***
Хөрмәтле үҫмерҙәр! Әгәр әсәйең шарфыңды бәйләнеңме тип һораһа, һин ҡайҙа тип борсолһа, кәйефеңде белешһә, киске ундан да ҡалмай өйгә ҡайтыуыңды теләһә, уға асыуланма. Ышанығыҙ, 30 йәштә лә, 40 йәштә лә, 50 йәштә лә тап шулай буласаҡ.
***
Кисә кис ишек алдында ике иҫәүән автоуҙыш бәйгеһе ойошторҙо. Ҡай­һылыр өҫкө ҡаттағы быяла шешә еңде.
***
– Һыуҙың тәмен һәм сифатын яҡшырта белә­һеңме?
– Фильтр һатып алыр­ғамы ни?
– Юҡ, һыуға олоғара ит киҫәге һалып, газға ҡу­йырға кәрәк.
***
– Әйҙә, минең менән ресторанға!
– Юҡ! Мин һиңә үпкәләнем! Минһеҙ генә бар.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: