+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
19 Декабрь 2022, 15:00

Кескәйҙәр көлдөрә

Яңы йыл алдынан ете йәшлек бала:– Ҡыш бабай миңә бүләкте нисек килтерер икән? Мин бында пропискала түгел бит. ***

Кескәйҙәр көлдөрә
Кескәйҙәр көлдөрә

– Әгәр үҙеңде һәйбәт тотһаң, Ҡыш бабай һиңә коньки бүләк итәсәк, – ти әсәһе бәләкәй улына.
– Насар тотһам?
– Ул ваҡытта скрипка!
***
Ҡыш бабай – ҡыҙға:
– Усыңды һуҙ, мин һиңә кәнфит һалам.
– Әсәйҙекенә мөмкинме?
– Әллә кәнфит яратмайһыңмы?
– Яратам, тик әсәйҙең усы ҙурыраҡ.
***
Тарих дәресе. Уҡытыусы – Вилданға:
– Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ?
– Рим империяһы тарҡалғандан алып.
***
Уҡытыусы:
– Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
– Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
***
Ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта уларҙың икеһенең береһен телефонға саҡыр­ғас, атай-адвокат һәм әсәй-суд­медэксперттың улы былай тип яуап биргән:
– Улар өйҙә юҡ.
– Ҡайҙалар һуң?
– Атайым – төрмәлә, ә әсәйем – моргта.
***
Дүрт йәшлек Айҙар:
– Өләсәй, әйҙә тау шыуырға барайыҡ!
– Бөгөн һалҡын.
– Ә һин минең санамды тауға һөйрәп мендергәндә йылынырһың.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: