-1 °С
Болотло
– Мин үҫкәс урам һепереүсе буласаҡмын.
– Ниңә?
– Көнө буйы урамда йөрөйәсәкмен!
***
Невропатолог дүрт йәшлек пациентҡа һорауҙар бирә:
– Бесәйҙең аяғы нисәү?
– Дүртәү.
– Ҡолаҡтары?
– Икәү.
– Күҙҙәре?
– Икәү.
– Ә ҡолағы?
– Әсәй, был аңраның бер ваҡытта ла бесәй күргәне юҡмы икән ни?
***
– Һатыусы апай, һеҙ кисә миңә аҡсаны дөрөҫ ҡайтармағанһығыҙ.
– Кисә килергә кәрәк ине, малай. Бөгөн һуң инде.
– Ярар, улайһа, мин артыҡ 500 һумды үҙемдә ҡалдырам...
Фото: pergamos.com.cy