Һүҙ сит кешеләрҙең гонаһтары тураһында барһа, беҙ – судьялар. Үҙебеҙҙеке хаҡында барһа, беҙ – адвокаттар.
***
Беҙҙең заман балыҡсыһы – йылға ярында ҡармаҡ тотоп ултырыусы һәм котелокта диңгеҙ балығынан һурпа бешереүсе кеше.
***
– Беләһеңме, беҙҙең һыуытҡыста кемдер йәшәй шикелле.
– Ниңә улай тип уйлайһың?
– Сөнки ҡатыным көн дә кис унда ашарға алып бара.
***
Ике курсташ осраша. Береһе икенсеһенә:
– Үҙемдең ниндәй инженер икәнлегем хаҡында уйлау менән, докторға барырға ҡурҡам.
***
– Олатайыма – еңеү, өләсәйемә – фатир, әсәйемә – диплом, атайыма – карьера, ҡайныма машина өсөн рәхмәт!
– Күрәм-күрәм, һин ҡырҡ йәшеңдә ысын ир-егет булғанһың!
***
Бер кеше балтаһы һыуға төшкәндәй эскәмйәлә ултыра. Уның янына икенсеһе килеп һорай:
– Ниңә борсолаһың? Эш ниҙә?
– Ултыр, һөйләйем.
Ир ултыра.
– Эш шунда: эскәмйә буялған.
***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Ванна бүлмәһендә ремонт башлай алмайбыҙ. Ниндәй генә плитка һайлаһам да, ирем барыһына ла риза.
***
Мин шул тиклем ҡарт, хатта билмәндәрҙең итле сағын хәтерләйем.
***
– Хәлдәр нисек?
– Һәйбәт.
– Ни эшләйһең?
– Алдайым.
***
Зоомагазинда.
– Һеҙҙә һөйләшеүсе тутыйғоштар бармы?
– Юҡ, Морзе әлифбаһын белгән тумыртҡалар ғына бар.
***
Картиналар төшөрөү – һөнәр, ә уларҙы һатыу – ысын сәнғәт ул.
***
Ашнаҡсылар йәнгә тейә, кухняла сысҡандар һәм ҡомаҡтар йүгерешә, тип мыжый. Яңы ашнаҡсылар ялламай булмаҫ.
***
Юмор дауалай, тиҙәр. Белмәйем, белмәйем, бер көндө шаярттым, хәҙер дауаханала ятам.
***
Ирек атаһының магазинында беренсе көн эшләй. Кис көнө ҡатын иренән һорай:
– Улыбыҙҙың ҡулынан килерлекме?
– Ул сауҙагәр буласаҡ, тик әҙерәк өйрәтергә кәрәк.
– Әллә берәй нимәне дөрөҫ эшләмәйме?
– Ҡалған аҡсаны ҡайтарғанда илай.
***
Бер ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель, тип hанап, ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән етерлекме-юҡмы икәнен тикшерә. Быны ишетеп торған улы:
– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.
Атаhы, бик ныҡ асыуланып, улының ҡолағынан эләктереп ала ла:
– Ҡыҫылмаhаң булмаймы ни? Бына хәҙер hинең арҡала малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән етмәйәсәк, – ти.