-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Декабрь 2022, 15:00

Бүлешергә онотма!

– Яңы йыл нимә ул?– Һауа температу­раһы­ның түбәнәйеүе, кәйефтең күтәрелеүе, хаҡтарҙың бо­лот­тарҙа йөҙөүе.***

Бүлешергә  онотма!
Бүлешергә онотма!

Яңы йыл корпоративтары йылдан-йыл иртәрәк үткәрелә. Йәнәһе, байрам алдынан ресторандар буш булмай. Былтыр беҙҙең корпоратив 16 декабрҙә, быйыл 1 декабрҙә булды. Ҡыҙыҡ, Яңы йылды ҡасан августа билдәләй башлар­быҙ икән?
***
Беҙҙең фирма магазинында Яңы йыл сюрпризы: һәр һатып алыусыға – бушлай шалҡан!
***
Филология профессоры менән башҡорт теле уҡы­тыу­­сы­һының улы шиғыр һөйләп, Ҡыш бабайҙы 12 сәғәт буйы ебәрмәй тор­ған.
***
Йә нисек, яңы тормош башланыңмы? Борсолма, киләһе Яңы йылда тағы ла маташтырып ҡарарһың.
***
Йылда иң тыныс көн – 1 ғинуар, төшкә тиклем йә­йәү­леләр ҙә, тығындар ҙа юҡ.
***
– Мин һине 31 декабрҙә 23 сәғәт 59 минутта үбергә һәм үбешеүҙе 1 ғинуарҙа 0 сәғәт 1 минутта тамам­лар­ға теләйем.
– Ул ваҡытта мин шампан эсәсәкмен.
***
Яңы йыл бүләктәре исем­леген төҙөнөм һәм барыһы менән дә әрләшеү арзаныраҡҡа төшәсәк, тигән ҡарарға килдем.
***
Ҡыш бабай докторҙарға һәр ваҡыт кәнфит менән коньяк ҡына килтерә, сөн­ки уларҙың хатын уҡый алмай.
***
Хәйерле иртә, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Бөгөн 29 декабрь. Элекке шыршыларығыҙҙы ташла­маған булһағыҙ, хәҙер ҡалдырырға мөмкин.
***
31 декабрь: алда күпме ял көнө, мин ни теләйем, шуны эшләп өлгөрәсәк­мен!
8 ғинуар: Йә Хоҙай, ни өсөн?
***
– Сәләм! Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылайһың?
– “Бәйләнештә”, дуҫта­рыбыҙ менән йыйыла­саҡбыҙ.
***
Яңы йылда аҡсаға тейен­һәң, бел: һиңә уны мин теләнем. Бүлешергә онотма!

Автор:
Читайте нас: