-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Ғинуар 2023, 15:00

Көләмәстәр

Декабрь менән февралде күрә алмайым, ғи­ну­арҙы ла күрә алмаҫ инем, ләкин унда 10 көн буйына эшкә йөрө­мәй­һең.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Ҡуянға ыңғай ҡылыҡ­һыр­лама биргәндәр: “Ашар­ға яраҡлы!”
***
Куртка кейҙерелгән эт­тәргә һәр ваҡыт ҙур ҡы­ҙыҡһыныу менән ҡара­йым. Улар кеҫәләрендә нимә йөрөтә икән?
***
Ҡунаҡханала.
– Портье, мине иртәнге сәғәт биштә уятығыҙ әле.
– Яҡшы, тик миңә бишенсе яртыла шылты­ратырға онотмағыҙ, йә йоҡлап ҡалырмын.
***
Таксиҙың артҡы ултыр­ғысында интеллигент ҡиә­фәтле ике ир һөй­ләшеп китеп бара.
– Ҡот осҡос! Улар ара­ҡыны ла, коньякты ла бер рюмкаға ҡойҙо!
– Әйтмә лә! Иткә лә, балыҡҡа ла бер төрлө бысаҡ ҡуйҙылар!
Таксист тыңлаған-тың­лаған да түҙмәй һораған:
– Әфәнделәр, минең һеҙгә арҡам менән ултырыуым нисегерәк?
***
Йоҡоһоҙлоҡҡа ҡаршы көрәшеү тураһында китап кәңәш иттеләр. Уны таң атҡансы уҡыным.
***
– “Ҡәбәхәттәр” нисек яҙыла: бер “б” менәнме әллә ике “б” менәнме?
– Белмәйем, мин һәр ваҡыт “хөрмәтле әфән­деләр” тип яҙам.
***
100 һум аҡса биреп тор әле. Ун данала.
***
Бесәйемә Температура тип исем ҡуштым. Хәҙер берәй ергә саҡырһалар, барғым килмәһә, “Бара алмайым, температура менән ятам” тим.
***
Ә һин хәҙер балалар­ҙың ҡасышлы уйнағанда бер-береһенә кеҫә телефонынан шылтырат­маҫ­ҡа алдан һөйләшеп ҡуй­ғандарын беләһеңме?
***
Ике әбей һөйләшеп ултыра.
– Ҡарайым, ҡарайым, һиндә тараҡандар күрен­мәй. Уларҙы ни эшләт­тең?
– Ҡытай ҡәләме һатып алдым.
– Шунан?
– Бер ни ҙә юҡ, һүрәт төшөрәләр.

***
Маҡтанмайым, әммә быйыл мин маҡсатыма өлгәштем һәм “Йыл маҡ­тансығы” конкурсында бүләк алдым.
***
– Һин нимә, мине иҫәр тип иҫәпләйһеңме әллә?
– Һеҙҙе, иҫәрҙәрҙе, ниңә иҫәпләргә? Бындай статистика бер кемгә лә кәрәкмәй.
***
– Ә һин ашарға әҙер­ләй беләһеңме? Биш­бар­маҡ, билмән шун­да...
– Ә һин аҡса эшләй беләһеңме? Долларҙар, евро, һумдар шунда...
***
Кассирша:
– Беҙ паспорт һора­ғанда барыһы ла ҡыуана. Хатта ир-аттар ҙа. Ә беҙ паспортты улар балиғ булмағандарға оҡшаған өсөн һорамайбыҙ. Иҫәр түгелбеҙ ҙә баһа. Улар тик­ше­реү­селәргә оҡша­ған өсөн таптырабыҙ.
***
Һауа торошо: “Иртәгә Яҡутстанда минус 55 градус көтөлә. Иртәнән һуң­ға минус 50 градусҡа тиклем йылыта”.

Автор:
Читайте нас: