+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Ғинуар 2023, 14:00

Көләмәстәр

Бөгөн “Ҡыш бабай” тип әйтеү ҙә яйлы түгел, кемдеңдер шәхесен кәмһетер һымаҡ. Шуға “Һыуыҡ тәнле оло йәштәге ир заты” тип ҡуйҙыҡ.  

Көләмәстәр
Көләмәстәр

– Ҡатыныңа Яңы йылға нимә бүләк итәһең?
– Иң ҡиммәтле саң һурҙырғыс.
– Ә ниңә иң ҡиммәтлеһен?
– Былтыр мин уға Ҡытай фарфорынан һауыт-һаба бүләк иткәйнем, хәҙер миңә кухняла бер эш тә ҡушмай. Ярып ҡуйыр тип ҡурҡа.

***
– Яңы йылда кешеләр араһындағы дошманлыҡ, тупаҫлыҡ, ҡырҡыулыҡ һәм бөтөн төрлө агрессиялар ҙа бөтһөн ине, тип теләйек һәм...
– Һәм тағы ла...
– Тағы бер тапҡыр бүлдерһәң, башыңа тондорам, белдеңме?!

***
Бер Ҡыш бабай икенсеһенә шылтырата:
– Минең ғаиләне инеп ҡотлап ҡына кит әле.
– Үҙең ниңә ҡотламайһың һуң? Һин дә Ҡыш бабай бит.
– Мин ҡиммәт алам шул. Хаҡтарым үҙемдекеләр өсөн түгел.

***
Ейән, атай һәм олатай ултыра.
Ейән, ҡысҡырып:
– Ҡасан Ҡыш бабай килә?
Атай олатайға, шыбырлап:
– Ҡасан Ҡыш бабай булып кейенеп киләһең?
Олатай, атайға, шыбырлап:
– Ҡасан аҡса алып, тоҡто тултырып бирәһең.

Автор:
Читайте нас: