+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Ғинуар 2023, 17:20

Үәт, ҡыҙыҡ!

– Минең өҫтәге күршеләр чечетка бейей, уң яҡтағылар көнө-төнө талаша, һулдағылар ремонт менән булыша, ә аҫта – музыка аҡырталар. Бына һин үҙең уйла, ошондай шарттарҙа мин нисек барабанда уйна­йым инде? ***

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер егет шәп тиҙлектә мотоциклда китеп бара. Ҡапыл шлемына турғай килеп бәрелә. Ҡошсоҡ шунда уҡ иҫен юғалта. Йомшаҡ күңелле егет уны өйөнә алып ҡайтырға була. Турғайҙы ситлеккә урынлаштыра, эргәһенә икмәк, һыу ҡуйып, өйҙән сығып китә.

Турғай иҫенә килә һәм тирә-яғына ҡарай.

– Тәк- тәк… Икмәк, һыу, ситлек. Йә, Хоҙай, мин бит мото­циклисты үлтергәнмен!

* * *

ЮХХДИ хеҙмәткәре гүргә эләгә.

– Алдыңда ике юл: уң яҡта – ожмах, һулда – тамуҡ. Ҡайҙа бараһың? – тип һорай унан Ғазраил.

– Юл сатында ғына ҡалһам яраймы?

* * *

Уҡытыусы беренсе класс бала­ларынан үҫкәс кем булыуҙары хаҡында һораша.

– Мин табип булам.

– Мин – космонавт.

– Мин әсәй булам, – ти Гөлбикә.

– Ә мин Гөлбикәгә әсәй булырға ярҙам итешәм, – ти Марат.

* * *

– Нисек йәшәйһең? – тип һорайҙар берәүҙән.

– Әкиәттәге кеүек. Ҡәйнәм – Убырлы ҡарсыҡ, ҡатыным – сихырсы, балаларым – шайтан, күршем –  һылыу Василиса, ире – иҫәр Иван.

***

Ҡатыны – иренә:

– Ҡәҙерлем, әйт әле, ер йөҙөндә, ысынлап та, иң иҫәрҙәре ҡуяндармы ул?

– Әлбиттә, ҡуянҡайым минең!

***

Уҡытыусы балаларҙан һорай:

– Бәшмәктәрҙең барыһын да ашарға яраймы?

– Ярай, ярай, ҡайһы берҙәрен бер генә тапҡыр ашап ҡалырға мөмкин, – ти Әнәс.

***

 Ике «яңы башҡорт» һөйләшә:

– Ишеттеңме, кисә Санкт-Петербургта теге беҙҙең бай дуҫ атҡа  атланған иргә барып бәрелгән…

– Шунан, аҙағы нимә менән бөткән һуң?

– Нимә тип ни, машина эшлектән сыҡҡан…

– Теге һыбайлының хәле нисек һуң?

– Уға нимә булһын, ул бит бронзанан…

***

 Ике эшҡыуар осраша:

– Мин теге көн һинең турала бик яҡшы итеп һөйләнем. Күп итеп аҡса эшләй, аҡса уға күктән яуа тинем, – ти береһе.

– Рәхмәт инде, дуҫҡайым. Кемгә маҡтаның һуң мине?

– Кемгә булһын. Һалым инспекторына инде…

***

Вәлит эштән ҡайтып инеүгә бәләкәс улы йүгереп килеп уны ҡосаҡлап ала ла:

– Бына хәҙер ҡыҙыҡ буласаҡ, – ти.

– Нимә булды? – тип ҡыҙыҡһына атай кеше.

- Әсәйем ике сәғәт элек һинең эшеңә шылтыратты. Һаман һинең менән һөйләшә.

***

ЮХХДИ хеҙмәткәре бер машинаны туҡтата ла аҡыра башлай:

– Һеҙ ни  өсөн рулгә этте ултырттығыҙ?

– Был машина ла, эт тә минеке түгел, мин пассажир булып китеп барам…

 ***

Һалдаттар ялға туҡтап, ултырып бөтөүгә өҫтәренә снаряд осоп килеүен күрәләр. Төрлөһө төрлө яҡҡа һибелә. Тик бер Нуриман ғына тороп ҡала. Снаряд ситтәрәк шартлай. Һалдаттар ҡабат йыйылыша.

– Маладис, Нуриман, батыр йөрәкле икәнһең, ҡурҡманың. Миҙал бирергә кәрәк.

– Ниндәй миҙал булһын, орден!

Шунан Нуриман:

– Эй, туғандар, йондоҙо ла, ордены ла кәрәкмәй. Ҡоро ыштан ғына  бирегеҙсе…

* * *

Тормош ваҡ-төйәктәре мине борсомай, тиеүселәрҙең бер бөртөк серәкәй менән бер бүлмәлә йоҡлап ҡарағаны юҡ, күрәһең.

* * *

– Ниңә эшкә һуңға ҡалдығыҙ?

– Өйҙән һуң сыҡтым.

– Иртәрәк сығып булмай инеме ни?

– Иртәрәк сығырға һуң ине шул.

 

* * *

Бер ир ҙә ҡатынының һәм хөкүмәттең аҡса тотоноуынан ҡәнәғәт түгел. Айырма шунда ғына: хөкүмәтте рәхәтләнеп әрләп була.

* * *

Сәхнәлә барыбер үҙ тауышы менән йырлаған йырсылар юҡ, тип тамашасылар алҡышлау тауышы яҙҙырылған яҙма йөрөтә башлаған.

* * *

Ҡатын иренә:

– Ниңә һин миңә гел хыянат итәһең ул?

– Нимә һөйләйһең һин, һөйөклөм? Ниндәй хыянат? Мин бит бары сағыштырып ҡына ҡарайым.

* * *

– Һеҙгә танылған альпинист булырға ике генә нәмә ҡамасаулай.

– Нимәләр ул?

– Аяҡтарығыҙ...

* * *

– Ирем фатир алырға аҡса йыя.

– Күпме йыйҙы һуң?

– Байтаҡ. Тиҙҙән шәшке тун алырға етәсәк!

* * *

Ҡайһы бер ирҙәр фекеренсә, ҡатынға өй йыйыштырырға ярҙам итеү – ул иҙән йыуғанда аяҡтарҙы күтәреп тороу.

* * *

Өс бер туған ир ашарға ултыра. Алдарында кәбеҫтә ашы. Байтаҡ ҡына тауыш-тын сығармай ултырғас, олоһо көрһөнөп ҡуя:

– Һмм...

Уртансыһы:

– Шул-шул, ҡамасауламаҫ ине...

Төпсөк егет һикереп тора:

– Нимә, йүгереп кенә алып киләйемме?

* * *

– Бала саҡта минең иң ҡурҡ­ҡаным янғын һүндереүселәр ине.

– Ни өсөн?

– Ә һинең уларҙың ҡайыш­тарын күргәнең бармы?

* * *

Танышыу сайты аша тапҡан "бәхете" менән осрашыуға барырға йыйынған ир:

– Мин һеҙҙе нисек танырмын икән? – тип һорай.

– Ҡаршығыҙға бер ҡыҙ атлар һәм һеҙ: "Шул ғына булмаһа ярар ине, эй, Аллам!" – тип уйларһығыҙ. Ә ул мин бу­лыр­мын!

* * *

Рәмил мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәһенә өндәшә:

– Белмәйем, синыф етәксем нимәгеҙҙе шул тиклем оҡ­шатҡандыр ул... Иртәгә лә һеҙҙе күргеһе килә.

* * *

8 Март байрамынан һуң әхирәттәре менән осрашыуҙан   ҡатын өйөнә ҡайтып ингән. Ире, уянып, тыңлап ята икән. Шул ваҡыт ишек төбөндә нимәлер дөбөр-шатыр ауып киткән.

– Нимәне ауҙарҙың унда?! – тип ҡысҡыра икән ир йоҡо бүлмәһенән.

– Һин бүләк иткән шәшке тун төшөп китте, –  тип яуаплай ҡатын.

– Ни эшләп улай ныҡ дө­бөрләй һуң?

– Мин уның эсенән сығып өлгөрмәй ҡалдым.

 

***

Төҙөлөштә 30 йылдан ашыу эшләп ташлаған прораб Фәррәх, ниһайәт, ҡатыны менән йәйге ялға Ҡырымға бара. Ҡатыны, ләззәтләнеп:

– Ҡояш, ҡыҙыу ҡом, диңгеҙ!Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк!

Фәррәх:

– Цемент!

***

Ейәне өләсәһенең тыуған көнөнә рауза сәскәләре тотоп килгән.

– Рәхмәт, улым. Сәскәләрең бигерәк матур! Беҙҙең баҡсала үҫкән раузаларға оҡшап тора.

– Хәҙер үҫмәйҙәр инде, өләсәй…

– Минең артыҡ ауырлығым тураһында шаяртып берәй һүҙ әйтһәң, маңлайыңа аласаҡһың. Аңланыңмы?

– Эйе!

– Һин ни аңланың?

– Һинең артыҡ ауырлығың мине үлтерергә йыйынғанын.

 

Автор:
Читайте нас: