-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
25 Ғинуар 2023, 16:00

Министр – шофёр

Туғандарың йәки дуҫтарың оҙаҡ шылтыратмай торһалар, тимәк, уларҙа барыһы ла яҡшы. ***

Министр – шофёр
Министр – шофёр

Берәү мәсеткә килә:

– Мулла абзый, сетерекле бер мәсьәлә менән килдем... Бесәйгә йәсин сығырға кәрәк ине.

– Ә, юҡ, туған, булмай. Бына юл аша ғына эшҡыуарҙар мәсете, улар аҡсаға барыһын да эшләй.

– Белмәйем шул, аҡсам етерме икән, миндә бит мең генә доллар.

– Ә ниңә уны башта уҡ әйтмәнең бесәйеңдең мосолман икәнен.

****

Күҙ табибы – ауырыуға:

– Миндә һеҙҙең өсөн яҡшы һәм насар яңылыҡ бар. Ҡайһыһынан башлайым?

– Яҡшыһынан, доктор.

– Тиҙҙән һеҙ күҙлекһеҙ ҙә уҡыясаҡһығыҙ.

– Булмаҫ! Был бит мөғжизә, доктор! Мин бит әлеге мәлдә күҙлек менән дә бер ни күрмәйем! Күҙлекһеҙ нисек уҡырмын икән?

– Бармаҡтарың менән, ҡәҙерлем, бармаҡтарың менән!

* * *

Министр ниндәйҙер кәңәшмәгә ашыға һәм машина йөрөтөүсеһенә тиҙерәк барырға ҡуша. Әммә тегеһе “гаишник”тарҙан ҡурҡа. Шунан министр руль артына ултыра ла, газ педаленә баҫа. Бар көсөнә сапҡан машинаны “гаишниктар” туҡтата һәм документ һорай. Министр үҙенең хеҙмәт таныҡлығын күрһәтә. Тегеләр уны ебәрергә мәжбүр була. Икенсе инспектор йүгереп килә лә иптәшенә асыуы килеп:

– Ниңә ебәрҙең, кем ине ул? Былай сапҡан өсөн хайран аҡса ҡайырып була ине бит!

– Кем икәнен белмәйем. Уның ҡарауы, уны министр йөрөтә.

* * *

 Ресторанда күңелһеҙләнеп бер абзый ултыра. Бер туҡтауһыҙ башын ыуа, үҙе илар сиккә еткән. Ҡаршыһында тулы стакан. Шунда берәү йүгереп килә лә тегенең стаканын ҡаплай ҙа, күҙҙән юғала. Ҡайғыға батҡан абзый, тағы ла кәйефһеҙләнеп:

– Тормошмо ни был? Фатирымды таланылар, дачам янды, ҡатын ташлап китте, һөйәркәм дә юҡ. Хәҙер бына бер оятһыҙы ағыуымды ла эсеп китте.

* * *

Карап һәләкәткә эләгә һәм бата. Яңғыҙ утрауға ғәжәп рәүештә ҡотолған ир кеше йөҙөп килә, ә утрауҙа уны ҡатыны ҡаршы ала.

– Тәүлек буйы ҡайҙа йөрөнөң? Пароход  кисә үк батҡайны бит?


Фото: funik.ru

Автор:
Читайте нас: