+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Ғинуар 2023, 11:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

– Ирегеҙ балыҡҡа тип бик оҙаҡҡа киттеме?– Оҙаҡҡа түгел, дуҫы менән икәүһенә дүрт кенә ярты алдыҡ, тигәй­неләр. ***

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Прокурор:
– Гражданин, һеҙгә бө­төнләй бүтән кешегә әйләнеп, тормошоғоҙҙо яңынан башлап ҡарарға кәрәк.
– Шулай итеп ҡара­ғайным да ул, ялған документтар менән йәшә­гән өсөн өс йылға ултыртып ҡуйҙылар бит.
***
Ике ялҡау һөйләшә:
– Һин сәғәтеңде йәйге ваҡытҡа күсерҙеңме?
– Юҡ.
– Нисек ваҡытты белә­һең?
– Мин уны көҙ көнө лә күсермәгәйнем.
***
Судья:
– Иптәштәр, һеҙ был бәхәсте судҡа мөрәжәғәт итмәй генә хәл итә алыр инегеҙ бит...
– Хәл итер инек тә ул, милиция ҡыҫылып, эште боҙҙо.

***

Йәш ир арып эштән ҡай­та ла, диванға ауа. Ҡа­­тыны ризаһыҙлыҡ белдереп, уға мөрәжәғәт итә:
– Телевизорыңа текәл­гәнсе, бер аҙ балалар ме­нән уйнар инең...
– Ярай улайһа, килегеҙ, улдарым, “почётлы ҡа­рау­ыл” уйыны уйнайбыҙ: Мин мавзолейҙағы Ленин булам, ә һеҙ сиратлап поста торорһоғоҙ.
***
Офиста телефон шылтырай:
– Альбинаны телефонға саҡырығыҙ әле, зинһар.
– Ҡайһыһын саҡыра­йым? Беҙҙә алты Альбина эшләй бит..
– Улайһа, Миләүшәне саҡырығыҙ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: