+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Ғинуар 2023, 16:00

Көлгәнгә – көлкө

Психиатрҙа:– Доктор, минең эске тауышым гел генә цензураһыҙ һүҙ­ҙәр менән миңә төрлө кә­ңәш­тәр биреп ултыра.– Ярай, теләһәгеҙ, ун мең тәң­­кәгә мин һеҙҙе ул бәләнән арындырырмын.– Беләһегеҙме, ул миңә әле нәмә тип әйтте? ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Эскесенең өйөндәге һөй­лә­шеү:
– Атай, буш шешәләреңде тапшырып, мәкле булка алып ҡайтайым әле...
– Ал, улым, ал. Мин булма­һам, нәмә ашар ине­геҙ?..
***
Дауаханала:
– Әйтегеҙ әле, миңә операцияны танылған профессор Миңлеғәскәров әфәнде үҙе яһаясаҡ, тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Эйе, тап шулай, скальпелде нисек тоторға икәнен бө­төнләй онота башлағас, биш-алты йылға бер операция яһай ул.
***
Күптән түгел Япон автомобиль корпорациялары асыш яһаған: машина етеш­те­реүгә ҡарағанда, улар­ҙы ремонтлау күпкә төшөмлөрәк эш икән. Шуныһы ғәжәп, беҙҙең Рәсәй автопромында быны 30 йыл элек үк белгәндәр, ти.
***
Филармонияла сәхнә эш­селәре һөйләшә:
– Ниңәлер беҙҙең прима­дон­наның кә­йефе юҡ. Концерттан һуң уға алты букет сәскә лә бүләк иткәй­неләр...
– Ә ул ете букет алырға аҡса биргән булған.
***
Ресторанда:
– Официант, был менюҙа “ҡыҙҙырылған форель” тигән блюдо һыҙып ташланып, яңы­нан өҫтәп яҙыл­ған. Быны нисек аңларға?
– Үҙегеҙ ғәйепле – заказ биреп бешертәһегеҙ ҙә ашамайынса кире ҡайтараһығыҙ.
***
Уҡытыусы уҡыусыны әрләй:
– Әгәр ҙә атайың был “икеле”ләр менән шығрым тулы көндәлегеңде күрһә – сәсе аға­расаҡ бит...
– Ағармаясаҡ. Уның башы пеләш бит.
***
Һунарсы өйөнә ҡайтып, мыл­­тығын элеп ҡуя ла, һөйләнә-һөйләнә сисенә башлай:
– Фәриҙә, бөгөндән башлап өс ай буйы ит һатып алма­ясаҡбыҙ.
– Әллә мышы атып алдың­мы, ҡәҙерлем?
– Юҡ, закон боҙған өсөн 20 мең штраф сәпәнеләр.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: