+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Ғинуар 2023, 17:00

Йылмайып алайыҡ әле!

Бер ҡатын кибеттә хушбуй һайлай. Эргәһенә һатыусы килеп: – Ярҙам кәрәкмәйме? – ти. – Кәрәк, – ти ханым, – иремдең иғтибарын йәлеп итерлек хушбуй алғым килә. – Уға ниндәй еҫ оҡшай һуң? – Компьютер еҫе килгән хушбуй юҡмы?

Йылмайып алайыҡ әле!
Йылмайып алайыҡ әле!

***

Элек ҡарт кешене юл аша сығарыу яҡшылыҡ тип һаналды. Хәҙер иһә йәйәүлеләр юлынан үткәреү изге ғәмәлгә әйләнде.

* * *
– Ирек, йөрөгән ҡыҙың менән ниңә ташлаштығыҙ?
– Ул үҙенә нисә йәш булыуын самалап әйтеүемде һораны.
– Бәй, шунан?
– Тура килтерҙем шул…

* * *
Ике кеше лифтта менгәндә ул туҡтап ҡала. Үҙҙәрен сығарғандарын көткәндә һүҙҙән-һүҙ китә.
– Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме, – ти береһе. – Һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәре бө­төнләй оятһыҙланды. Өсөнсө көн сит илгә сығарманылар, кисә бөтә карталарымды япҡандар… Әммә мине белмәйҙәр әле улар – түләрмен мин улар­ға!
Шунда кабиналағы динамиктан тауыш ишетелә:
– Лифттан сыҡҡың килһә, түләр­һең…

* * *
– Һөйөклөм, – ти ире, – ком­пьютер­ға пароль ҡуйҙыңмы ни?
– Эйе.
– Әйт инде, ниндәй?
– Беҙҙең өйләнешкән көнөбөҙ.
– Йә, Хоҙай, ҡасан һуң әле ул?..

* * *
Халыҡ һынамышы: тәҙрәнән сүп ташларға күнеккәнһегеҙ икән, бер көн ишектә ҡыңғырау тауышы ишетеләсәк.
***
Телефон шылтырай:
– Сәләм, Кәрим! Миңә бурысыңды ҡасан түләмәксе булаһың?
– Мин һиңә уны Нәсим аша биреп ебәрермен, улай тиҙерәк булыр.
– Юҡ-юҡ, Нәсим аша кәрәкмәй, минең уға бурысым түләнмәгән!

* * *
– Ҡара емеш ашаһағыҙ, күҙегеҙ 150 процентҡа күрә башлаясаҡ.
– Уныһы нисек тағы?
– Булмаған нәмәләрҙе лә күрәсәкһегеҙ.

* * *
– Ниңә эшеңә шул тиклем ашыға­һың? – ти ҡатыны иренә. – Һинән башҡа әллә эш бармаймы?
– Минән башҡа бара ла ул. Әммә шуны һиҙмәгәйҙәре тип ҡурҡам.

* * *
– Мин һеҙҙән компьютер һатып алғайным. Ул тонсоҡто.
– Ә гарантияһы ниндәй ине?
– Ғүмерлек!
– Тонсоғоп ғүмере өҙөлгәс, тимәк, гарантияһы ла бөткән!..

* * *
Автобус туҡталышында ике дуҫ осраша.
– Сәләм!
– Һаумы!
– Һине күптән күргәнем юҡ, өйләнмәнеңме әле?
– Юҡ.
– Ә нимә көтәһең?
– Автобус.

Автор:
Читайте нас: