-4 °С
Болотло
– Мине лә хорға яҙығыҙ әле. Әсәйем: “Һин яҡшы йырлайһың”! – тип әйтә.
– Әсәйең һүҙе генә етмәй, күршеләрегеҙҙән дә яҙыу кәрәк.
***
Атаһы:
– Көндәлегең тулы “икеле” икән һинең. Бынан һуң телевизор янында эҙең булмаһын!
– Әгәр әсәйгә өй эштәрен һин эшләгәнде әйтһәм, ул һиңә лә телевизор ҡаратмаясаҡ бит!
***
Уҡытыусы квадрат тураһында аңлата ла балаларҙан һорай:
– Илгиз, нимә булды инде был?
– Шаҡмаҡ.
– Шаҡмаҡ тип әйтелмәй инде, йә, Фаил, һин әйт әле.
– Шаҡмадрат.