

Айраттың көндәлеген ҡарағандан һуң, атаһы йән асыуын сығарып:
– Ниңә көн дә «икеле» алаһың? Башың бармы һинең?!
– Бар, – ти малай. – Футбол уйнағанда мин уның менән ҡапҡаға туп керетәм, – ти.
***
Сәлим атаһы менән телевизорҙан футбол ҡарай.
– Ниндәй уйынсылар һуң был! Шундай ҙур ҡапҡаға бәләкәй генә тупты ла индерә алмайҙар!
***
– Уйнай белмәй улар! Ана мин дачалағы бәләкәс кенә тәҙрәгә лә индерә алдым бит.
***
Төшөрөргә ярата торған ағай кеше запчастәр магазинына инә һәм:
– Һеҙҙә тормоз шыйыҡсаһы бармы? – тип һорай.
– Юҡ.
– Ә тосол?
– Уныһы ла юҡ.
– Ә быяла йыуғыс шыйыҡса?
– Бөттө.
– Шундай магазин буламы ни, баш төҙәтергә бер нәмә лә булмағас...
***
– Иптәш профессор, ни өсөн миңә икеле ҡуйҙығыҙ?
– Береһе имтиханға килгәнегеҙ өсөн, икенсеһе – яуап бирергә тырышҡанығыҙ өсөн.
– Бер банка ауыл ҡаймағы бирһәм, тағы бер балл өҫтәрһегеҙме?
***
Фәйзи быйылғы ҡоролоҡтан тамам алйыған. Ни баҡсала емеш-еләге юҡ, ни бәрәңгеһе үҫмәй. Бесән хаҡында әйтәһе лә түгел– бигерәк таҡыр. Бакуйҙа шытырҙап кибеп бөткән бесәнен күреп:
– Эх, һыйыр тигәндәре ҡышын айыу кеүек йоҡлаһын ине ул, – тип уфтанып ҡуйған.
***
Ике джентельмен һөйләшә:
– Сэр, банкетта эргәгеҙҙә ултырған туташтың ҡулын минут һайын үбеп ултырҙығыҙ, кемегеҙ ине ул?
– Иғтибарға алмағыҙ, сэр, иртән хеҙмәтсем кеҫәмә ҡулъяулыҡ һалырға онотҡан.
***
– Теш ҡуйҙырғас, ит сәйнәй алмай интеккәндәреңде онотҡанһыңдыр инде, Сәхи ҡорҙаш?
– Әле лә ит ашаған юҡ – һуғым башмағын тапшырып, аҡсаһын теш өсөн түләгәс...
***
– Хәсби күрше, өс көн элек минең сыбар тауығым ҡайҙалыр сығып юғалды, һин уны күрмәнеңме?
– Күрмәнем дә, белмәйем дә – йөрөмәһен кеше түтәлендә тибенеп...
***
Ике сәрхүш хыяллана:
– Их, ошо магазиндың хужаһы булһаң икән!
– Ә магазин хужаларының хужаһы булһаң, тағы ла еллерәк булыр ине.