+6 °С
Ясно
Көләмәстәр
21 Марта 2023, 13:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Бер ир һалкын тиргә батып, йо­ҡо­һонан һа­ташып уяна. Ҡатыны:– Нимә булды, ҡәҙерлем? – Мәҙинә һыуға батып үлде!..– Ниндәй Мәҙинә ул тағы?– Һин уны белмәйһең, беҙ уның менән төштә таныштыҡ... ***

Добавить в предпочтительные источники Google
Әҙ-мәҙ мәҙәкӘҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Атаһы улының башынан һый­пап:
– Маладис, улым, илауҙан туҡ­тап, бик дөрөҫ эшләнең!
– Әле туҡтаманым, әҙерәк ял итеп кенә алам.
***
Яңы урыҫ оҙаҡ ҡына Эрмитаж­ды ҡарап йөрөгәнән һуң, шундағы бер хеҙ­мәткәргә:
– Ярайһы ғына йорт икән дә... Тик йыһаздары ғына гел иҫке-моҫҡо икән.

***

Әсәһе йыуаса бешерә. Ҡапыл ҡулынан ҡамыры төшөп китә лә ҡайнар май сәсрәй. Атаһы эштән ҡайтыуға, ҡыҙы маңлайын ыуып килеп сыға:
– Атай, әсәй йыуаса бешергәндә маңлайыма бензин сәсрәне.
***
Сәй эсеп ултырғанда атаһы керәндилде тешләп тә ебәрә, теше “шарт” һынып та сыға. Бер ваҡыт ҡыҙы ыһ-ыһ тип тешен тартҡылап атайыма үҙемдең тешемде бирәм, ти.
***
Беренсе сентябрь. Малай мәктәптән ҡайтып инә:
– Әсәй, ҡасан көҙгө каникул була ул?
***
Әсәһе өлкән улына әйтә:
– Ҡустың әле бәләкәй бит, бер нәмә лә аңламай. Һуғырға ярамай, – ти.
Бер йыл үткәс. Өлкән улы:
– Әсәй, бынау әйткәнде аңлай башлаған. Хәҙер һуҡһам да була! – тип йүгереп килеп йәбешә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас