+9 °С
Ясно
Көләмәстәр
24 Марта 2023, 08:00

Себендәр тотам

Өлкән йәштәге ике ҡорҙаш осраша.– Ҡатыныңдың 50 йәшенә нәмә бүләк иттең?– Кенияға сәйәхәт.– Ә 55 йәшенә?– Барып, кире алып ҡайт­тым. ***

Себендәр тотамСебендәр тотам
Себендәр тотам

Кибеттә:
– Һеҙҙең мөдирегеҙ ҡайҙа утыра?
– Ә һеҙ уның ултырғанын ҡайҙан беләһегеҙ?
***
Фирма хеҙмәткәре директор кабинетына керә:
– Мин үҙем һорарға батыр­сылыҡ итмәҫ инем, әммә ҡа­тын эш хаҡымды арттырыуы­ғыҙҙы талап итә.
Директор телефон труб­ка­һын ала ла ҡайҙалыр шылты­ра­­та. Унан трубканы ҡуйып:
– Нишләтергә инде был би­сә­ләрҙе... Минеке: “Юҡ”, – тине.
***
– Ғәли Вәлиевич бөгөн ҡа­бул итәме?
– Ғәли Вәлиевич көн дә ҡа­бул итә... Ә күпмерәк алып кил­дегеҙ?
***
– Ир-аттың аҡыл кимәлен нисек самалап була?
– Һөйләшеүенә ҡарап.
– Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың?
– Телен тыя белеүенән.
***
– Сәләм, Хәҙисә, ҡайҙа эш­ләп йөрөйһөң әле?
– Фәндәр академияһының генетика институтында.
– Ҡайһы бүлектә?..
– Тәжрибәләр үткәрү өсөн материалдар әҙерләү төркө­мөндә.
– Ә унда ниндәй эш башҡа­раһың?
– Тәжрибәләр өсөн иремә себендәр тотам.
***
– Шулай итеп, – тип тамам­лай врач үҙенең лекцияһын, – өшөгән урынды ҡар менән ышҡырға кәрәк. Һорауҙар бармы?
– Бар! – тигән тауыш килә залдан. – Ә йәй көнө ниш­ләр­гә?
***
Сырхауханала ятҡан ауырыу шәфҡәт туташына:
– Һеңлем, мине бынан ҡасан сығарырҙар икән?
– Кардиограммағыҙҙағы һы­ҙыҡтар турайғас...
***
Ике дуҫ һөйләшә:
– Кеҫәмдә кәмендә 5 мең аҡса булмаһа, мин бөтөнләй кәйефһеҙ йөрөйөм.
– Ә мин –10 мең булмаһа.
– Һинең кеҫәңдә ул тиклем аҡса булғаны ла юҡ бит!..
– Ә минең һәйбәт кәйеф ме­нән йөрөгәнемде ҡасан күр­гәнең бар?
***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Доктор миңә кисекмәҫ­тән эшемде алыштырырға кушты.
– Алыштырҙыңмы һуң?
– Нисек алыштырайым, мин бер ҡайҙа ла эшләмәйем бит.

 

Автор:
Читайте нас