+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Март 2023, 12:00

Ипотека алдыңмы ни?

Тиҙҙән квартплатаны айҙыҡын айға түләп барыусылар менән һалым инспекторҙары ҡыҙыҡһынасаҡ: аҡсаны ҡайҙан алалар икән? ***

Ипотека алдыңмы ни?
Ипотека алдыңмы ни?

– Доктор, мин эш хаҡы алыу менән туҡтауһыҙ көләм.
– Бигерәк һәйбәт! Көлөү ғүмерҙе оҙайта!
– Йәғни пенсияға тиклем етәмме?
– Әлбиттә! Унда тағы ла көлкөрәк буласаҡ.

***
Мин – ҙур түгел, ләкин һин мине шунда уҡ күреп ҡалаһың. Мине юғалтыу еңел, ләкин һин мине баһалайһың һәм юғалыуыма юл ҡуймайһың. Бөгөн мин булдыра алмайым, ғәфү ит. Бишендә банкомат янында осрашырбыҙ. Һинең яратҡан эш хаҡың.
***
– Уның “Лексус”ы бар ине, урланылар, иртәгәһенә үк яңыны һатып алды.
– Ҡулсатырҙы юғалтҡас, минең менән дә шундай хәл булды.
***
– Һинең түрәң һәйбәтме?
– Уның хаҡында бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтә алмайым.
– Ысынлапмы?
– Әлбиттә. Әйтһәң, шунда уҡ эштән бушата.
***
100 мең һум эш хаҡына 12 мең һум эш хаҡына ҡарағанда иртән будильникка уяныу еңел, тиҙәр. Был мәсьәләлә имеш-мимешкә ҡарап түгел, ә үҙ тәжрибәмдә ышанғым килә.
***
– Һаумыһығыҙ, мин һеҙгә иҙән йыуыусы кәрәк икән, тип ишеткәйнем.
– Белемегеҙ?
– Ядро физикаһы буйынса фән кандидаты.
– Беҙ һеҙҙе эшкә алмаясаҡбыҙ.
– Ни өсөн?
– Үтә ныҡ белемлеһегеҙ.
***
Иң мөһиме – отоу түгел, ә ҡатнашыу. Граждандар, лотерея билеттары һатып алығыҙ, лотерея бизнесын үҫтереүҙә ҡатнашығыҙ!
***
Халыҡтар берҙәмлеге – поликлиникала район хакимиәте башлығы менән бергә табипҡа сиратта тороу ул.
***
Элек мин көләмәстәрҙе бушҡа уҡый инем, хәҙер беҙҙең эштә интернет ҡуйҙылар. Уны беҙгә хеҙмәт хаҡы өсөн ҡуйҙылармы икән ни?
***
– Отпускыла тағы ла Таиландҡа бараһыңмы?
– Бик кәрәге бар ине! Үҙебеҙҙең тәбиғәткә етә буламы һуң! Теләһәң, урманда бәшмәк йый, теләһәң, күлдә балыҡ тот… Шәп бит, ә!
– Ипотека алдыңмы ни?
– Эйе.

Автор:
Читайте нас: