+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
31 Март 2023, 17:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Балауыҙ һындары музейында Миңлеямал ҡарсыҡ өс сәғәт буйы Сталинға тормошона зарланған. ***

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Уҡытыусы уҡыусыларға:
– Балалар, атайығыҙ кем булып эшләүе хаҡында һөйләгеҙ әле.
Әминә:
– Минең атайым теш врачы.
– Бик яҡшы. Тағы ла кем? Әйҙә, Илшат, һин әйт.
– Минеке – хакер!
– Уныһы нисек?
– Уны эскелектән өс тапҡыр кодланылар, әммә ул өсөһөн дә емерҙе.
***
Балалар тыуҙырыу йортонда ике акушер һөйләшә:
– Кем шул тиклем илай? Бөгөн төндә тыуған өс игеҙәкме әллә?
– Юҡ!.. Уларҙың атаһы.
***
Тик Рәсәйҙә генә биш минутлыҡ кәңәшмә көнө буйына һуҙыла һәм ул корпоратив менән тамамлана.
***
Ир-егетте нисек бар, шулай тик хәрби комиссариат ҡына ҡабул итә.

***

Ике драматург осраша:
– Кисә һинең премьераң­ды ҡарап ҡайтҡас, төнө буйы керпек тә ҡаҡманым.
– Спектакль шул тиклем тәь­ҫир иттеме ни?
– Юҡ. Театрҙа йоҡомдо туй­ҙырып ҡайтҡанмын.
***
– Ни ғиллә менән, Ришат, ҡул­дарың бысраҡҡа батҡан, ә ике бармағың тап-таҙа?
– Көтөү көткәндә ике бар­мағымды ҡабып һыҙғырам бит...
***
– Кисә күҙ табибында ҡа­ралдым әле...
– Шунан, нимә тине?
– Алфавитты һәйбәтләп өй­рәнергә ҡушты.

Автор:
Читайте нас: